Тилегәҙе (рус. Тельгаза) — Рәсәй йылғаһы, Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы, Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе һәм Федоровка райондары биләмәләрендә аға. Һайылмыш йылғаһына һул яғынан (тамағынан 106 километр алыҫлыҡта) ҡушыла.

Тилегәҙе
Ҡайҙа ҡоя Һайылмыш
Ҡушылдыҡ Шарлай
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 39 km
Карта

Юлдаш, Парадеево, Богородское, Казанка ауылдары аша аға. Йылға оҙонлоғо 39 км тәшкил итә. Йылға башынан 15 километр алыҫлыҡта Тилегәҙе йылғаһына һуң ярҙан Шарлай йылғаһы һыуҙарын ҡоя.

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Төрки сығышлы гидроним. Башҡортостан һыу объекттарында йылға мәғәнәһендәге -ғаҙы/-гәҙе — формантлы гидронимдар билдәле: Бағазы, Ырғаҙы, Ҡолағаҙы, Ҡорғаҙы, Ҡусағаҙы, Майғаҙы, Эҫемғаҙы, Тилегәҙе, Түрҫәгәҙе, Янғазы, Ярғаҙы, Йәүгәзе, Бурғаҙаҡ, Ҡорғаҙаҡ, Ырғыҙ.Яҙғы ташҡын ваҡытында ҡотороп ташыуы арҡаһында йылғаға тиле йылға мәғәнәле атама бирелеүе ихтимал[2].

Башҡорт тел белгесе М. Усманова фекере буйынса, йылғаның атамаһы Тиләгәҙе. Атамаһы б. э. т. I быуатта билдәле булған тиле/теле, тиеле төрки этнонимына һәм йылға мәғәнәһендәге ғаҙы/уғыҙ боронғо төрки һүҙенән алынған, йәғни, теле ҡәбиләһе йылғаһы[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы, йылға башынан алып Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы[4]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006756

— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200675

— Бассейн коды — 12.01.00.007

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — 2-е изд., дополненное и исправленное. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — 176 с.
  3. М. Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 213-сө бит
  4. 4,0 4,1 «Тельгаза» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Һылтанмалар

үҙгәртергә