Тиволи паркы (Любляна)
Тиволи паркы — Словенияның баш ҡалаһы Любляналағы парк
Тиволи паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1813 |
---|---|
Дәүләт | Словения |
Административ-территориаль берәмек | Любляна |
Мираҫ статусы | словенский памятник локального значения[d][1] |
Майҙан | 5 км² |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Tivoli City Park[d] |
Тиволи паркы Викимилектә |
Парк ҡала үҙәгенең төньяҡ-көнбайыш осонда урнылашҡан. Ул төньяҡта Шишка районына, көньяҡта Вич районына, көнбайышта Рожник районына тиклем һуҙыла.
Тиволи паркы — ҡалала иң ҙур парк, уның майҙаны 500 гектар тәшкил итә (5 км²). 1984 йылдан Тиволи — Рожник убаһы — Шишка убаһы ландшафт паркының өлөшө булып тора. .
Тарихы
үҙгәртергәТиволи паркы инженер Жан Бланшар планы буйынса 1813 йылда, Любляна француз Иллирияһы провинцияларының административ үҙәге булған саҡта төҙөлә.
Парк ике булған паркты — Тиволи замогы янындағы паркты һәм Цекин айырым йорто паркын берләштерә. Парк үҙенең исемен XIX быуаттың икенсе яртыһында, бында Казино йәмғиәтенең йәйге резиденцияһы, шулай уҡ күңел асыу паркы, бар һәм кафе урынлашҡандан һуң ала.
Дүрткел быуа 1880 йылда парктың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ҡаҙыла, уның оҙонлоғо 140 м, киңлеге 50 м, тәрәнлеге 0,9 -1,3 м була, тәүҙә быуа йәй балыҡ тотоу, кәмәлә йөрөү, ҡыш конькиҙа шыуыу өсөн тәғәйенләнә.
1894 йылда паркта дендрарий булдырыла, уны чех баҡсасыһы Вацлав Хейник етәкләй, ул Тиволила беренсе профессиональ баҡсасы була.
1920—1939 йылдарҙа паркта Йоже Плечник етәкселеге аҫтында реконструкция үткәрелә, ул шулай уҡ Якопич проспектын (Jakopič Promenade), Прешерн майҙанын һәм Өслө күперҙе проектлай. Был осорҙа паркта аллеялар, шулай уҡ йәйәүлеләр юлы һалына, сәскә композициялары һәм фонтандар булдырыла, статуялар ҡуйыла.
XX быуатта баҡсала төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә мөмкинлек биргән спорт ҡоролмалары, шул иҫәптән йәйге «Иллирия» (1929) бассейны, «Тиволи» (1929), спорт һарайы (1965), тренажер залы менән ябыҡ бассейн (1973), теннис корттары, баскетбол һәм мини-гольф өсөн майҙансыҡтар төҙөлә. Бында шулай уҡ балалар майҙансығы (1942), ботаника баҡсаһы һәм оранжерея барлыҡҡа килә.
Тиволи паркының фотоһүрәттәр галереяһы
үҙгәртергә-
Тиволи паркы 1850 йылда
-
Тиволи паркы (һарай яғынан күренеше)
-
Цекиндың айырым йорто
-
«Балыҡ менән малай» фонтаны
-
Тиволи һарайы янында эт һыны
-
Паркта сәскәләр композицияһы
-
Көҙгө парк
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- WIKIMAPIA - Парк Тиволи (Любляна)
- Любляна Плечник 2020 йыл 29 декабрь архивланған.
- ↑ (unspecified title) (словен.) — Ministrstvo za kulturo Republike Slovenije.