Тесла моторс
Tesla Motors — Америка автомобиль компанияһы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — электромобилдәр етештереү. Бөтә донъяға танылған электротехник һәм физик Никола Тесла исемен йөрөтә.
Tesla Motors | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар компанияһы |
---|---|
Листинг на бирже |
NASDAQ: TSLA |
Нигеҙләнгән |
2003 |
Нигеҙләүсе |
Илон Маск, |
Уранлашыуы |
АҠШ: Калифорния, Пало-Альто |
Төп фигуралар |
Илон Маск (генераль директор һәм компания рәйесе) |
Тармаҡ |
Автомобилдәр етештереү |
Продукция |
Tesla Roadster |
Әйләнеш |
▲ $ 4,04 млрд (2015 йыл)[1] |
Операцион килем |
▼ $ -716 млн (2015 йыл, зыян)[1] |
Килем |
▼ $ -888 млн (2015 йыл, зыян)[1] |
Милке |
▲$ 8,09 млрд (2015 йыл)[1]
$ 2,417 млрд (2013 йыл)[2] |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
14000 (2016)[6] |
Сайт | |
Тесла моторс Викимилектә | |
Tesla компанияһы (башта Tesla Motors булараҡ нигеҙ һалына) 2003 йылдың 1 июлендә Мартин Эберхард һәм Марк Тарпеннинг тарафынан теркәлә. 2004 йылдың февралендә өс нигеҙ һалыусыһы компания өсөн $7,5 млн инвестиция йыя, шул иҫәптән Илон Маск $6,5 млн доллар аҡса һала. Маск директорҙар советы рәйесе була һәм Эберхардты генераль директор итеп тәғәйенләй.[7] Беренсе Tesla автомобиленең прототиптары рәсми рәүештә 2006 йылдың 19 июлендә Санта-Моникала (Калифорния) халыҡҡа күрһәтелә.[8]
2006 йылда Маск компания өсөн 100 миллион доллар аҡса йыйыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә Тесла 2008 йылда үҙенең тәүге Roadster моделен сығара башлай.[9] 2010 йылдың ғинуарында Тесла АҠШ-ның Энергетика Министрлығы тарафынан $465 млн долларлыҡ заём ала, һәм 2013 йылда компания уны ҡайтара.[10]
2010 йылдың май айында Тесла Калифорния штатының Фримонт ҡалаһында Model S. автомобилдәрен сығарыу буйынса фабрика төҙөй башлай[11]
2010 йылдың 29 июнендә Тесла NASDAQ-та беренсел асыҡ акция тәҡдимдәрен (IPO) урынлаштыра башлай һәм һөҙөмтәлә $226 млн доллар ҡаҙана. Шулай итеп, 1956 йылдағы Ford Motor компанияһы тәжрибәһенән һуң, Тесла АҠШ-тың IPO форматында эшләгән беренсе автокомпанияһы була.[12]
2012 йылдың июнендә Тесла Model S. атамалы икенсе модель автомобилен сығара башлай. 2017 йылдың июлендә иһә Тесла Model 3 тип аталған еңел машинаһын һатыуға сығара.[13]
2019 йылдың 14 мартында йәмәғәтселек иғтибарына яңы электромобиль тәҡдим ителә - Tesla Model Y[14]
2020 йылдың ноябрендә Тесла, Убер һәм Американың башҡа 26 компанияһы Эмиссиянан Ирекле Транспорт Ассоциацияһын (ZETA) ойоштора, ул АҠШ-та электромобилдәр һанын арттырыу буйынса лоббилыҡ эштәрен башҡарасаҡ.[15]
2021 йылдың 25 октябрендә компанияның капиталлашыуы 1 триллион долларҙан ашып китте.[16]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Tesla Motors. Tesla Motors, Inc. – Fourth Quarter & Full Year 2015 Update (PDF). Tesla Motors (10 февраль 2016). Дата обращения: 31 март 2016. 2016 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Tesla Motors, Inc. – Fourth Quarter & Full Year 2013 Shareholder Letter . 2014 йыл 27 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Tesla Motors, Inc. Архивировано 29 апрель 2013 года.
- ↑ Tesla Motors, Inc. (TSLA) Income Statement - NASDAQ.com
- ↑ TSLA Annual Income Statement - Tesla Motors Inc. Annual Financials
- ↑ Tesla hiring spree (15 ғинуар 2014).
- ↑ History of Tesla: Timeline and Facts . thestreet.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Zero to 60 in 4 Seconds, Totally From Revving Batteries . nytimes.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Electric Car Evolution . cleantechnica.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Tesla gets loan approval from US Department of Energy . tesla.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Idle Fremont Plant Gears Up for Tesla . wsj.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Growth Of Tesla Guide . comparebrokers.co. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Everything you need to know about Tesla Model 3, which is starting production . theverge.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Tesla unveils Model Y electric SUV with 300 miles range and 7-seats . electrek.co. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Clean Transportation Leaders Launch Zero Emission Transportation Association . prnewswire.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
- ↑ Tesla breaks $1tn valuation barrier after Hertz orders 100,000 vehicles . theguardian.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.