Тере Баба кәшәнәһе

Тере Баба кәшәнәһе (әзерб. Diri Baba məqbərəsi) — Шәйех Тере Баба кәшәнәһе, Гобустан районының Мараза ҡалаһында урынлашҡан.

Тере Баба кәшәнәһе
Нигеҙләү датаһы 1402
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Гобустан[d]
Архитектура стиле Ширван-Апшерон архитектура мәктәбе[d]
Карта
 Тере Баба кәшәнәһе Викимилектә

Архитектураһы

үҙгәртергә

К. де Брюин һәм А. Олеарий көндәлектәрендә, шулай уҡ Б. Дорн хеҙмәтендә кәшәнә тураһында һүрәтләп яҙылған. Кәшәнә текә ҡаяла уйып эшләнгән майҙансыҡҡа ҡуйылған. Ҡоролма ике ҡатлы. Тәүге ҡатында — зал, унан һигеҙ мөйөшлө көмбәҙ вестибюленә үтеп була. Ҡаяла икенсе ҡатҡа менергә баҫҡыс уйып эшләнгән. Көмбәҙ осло башлы ярымшар рәүешендә, үҫемлек биҙәктәре төшөрөлгән тромптары бар. Был урынға бәйле легендалар, риүәйәттәр бик күп. Тере Баба кәшәнәһе йыйылма мозаика менән биҙәлгән, шамаил ысулы менән бик матур итеп «Дәрүиш» тип яҙылған[1].

Баҡынан Шемахиға барған юлда, Мараза ауылында, XV быуатҡа ҡараған уникаль ҡомартҡы — ике ҡатлы кәшәнә-мәсет бар, ул «Тере Баба» кәшәнәһе тип атала, иҫке зыярат ҡаршыһында урынлашҡан. Оҙаҡ ваҡыттар бында Тере баба тигән әүлиә ерләнгән, һәм уның тәне серемәй тигән инаныс йәшәп килгән. Хәйер, был кәшәнәгә бәйле легендалар һәм кирмәттәр тураһында хикәйәттәр бик күп. Шуға күрә XVII быуаттан бында бик күп динлеләр һәм ҡыҙыҡһыныусылар килә. Кәшәнә ҡаяға уйып яһалыуы менән үҙенсәлекле. Ул ерҙән күтәрелеп торған кеүек тәьҫир ҡалдыра. Кәшәнәнең архитектураһы теүәл һыҙатланышлы, ентекле эшләнгән, ҡараһыу ҡаяның тигеҙһеҙлектәре янында шып-шыма диуарҙар бик тантаналы булып күренә. Шуныһы ҡыҙыҡ, кәшәнәлә беренсе ҡат түгел, икенсеһе төп бүлмә тип һанала. Залға ингән ерҙә аяҡ кейемен сисәләр, ул һигеҙ мөйөшлө көмбәҙле итеп эшләнгән. Бынан ҡаяға уйып эшләнгән баҫҡыс буйлап икенсе ҡатҡа үтәләр. Зал майҙаны 15 квадрат метр самаһы — ярымшар рәүешле көмбәҙ менән ябылған. Кәшәнә диуарындағы йыназа яҙмаһында ширваншаһ шәйех Ибраһим I исеме телгә алына. Беренсе менән икенсе ҡаттарҙы билбау рәүешле биҙәкле һыҙат айырып тора. Кәшәнә һырыҡтырып эшләнгән ҡаяға әүлиә кәүҙәһе ятыр урын уйып эшләнгән[1].

Тере Баба кәшәнәһе архитектураһы тирәһендәге тәбиғәт бик матур. Бина үҙе ширван архитектураһы ҡанундарына ярашлы төҙөлгән, боронғо оҫталарҙың ҡулы менән барлыҡҡа килтерелгән хазина. Ҡомартҡы дәүләт ҡурсыуында.

Тере Баба кәшәнәһен кем һалғаны билдәле түгел, оҫтаның исем шәрифенән «… Һәжи оҫта улы» тигән яҙма өҙөгө генә күренә, шулай уҡ дата күрһәтелгән — 1402 йыл[1].

Тарихи мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Немец сәйәхәтсеһе Адамом Олеарий кәшәнә тураһында ошоларҙы яҙып ҡалдырған[2]:

  Ауылдан мушкеттан ике атырлыҡ алыҫлыҡта [3] көнсығышҡа киткән юлда бик төҙөк Тири-бабба әүлиә кәшәнәһе бар, ул Сәид Ибраһимдың остазы булған. Һөйләүҙәренсә ул һоро кейемле, намаҙ уҡыған кеүек тубыҡланған. Был мөғжизәне уның кәтибе (секретары) Сәид Ибраһим Алланан һорап алған тиҙәр, остазы тормоштағы кеүек үк, вафатынан һуң да намаҙҙа тороуын теләгән ул.Уның һоро кейеменә йыл да ағын кейҙерәләр, ә иҫкеһенән йыртыштар эшләп, табынырға килеүселәргә тараталар, тиҙәр. Билдәле бер ваҡытта кәшәнәгә бик йыраҡ яҡтарҙан хатта йәйәүләп киләләр. Бында йәшәүселәр ошо ике әүлиә тураһында сихырға йә шыр ялғанға оҡшаған хәбәрҙәрҙе күп һөйләйҙәр: фарсыларҙа улар икеһе лә йыш осрай. Шуға күрә уларҙы яҙып алыуҙы кәрәк тип күрмәйем. Был урындың ишектәре башында ғәрәпсә яҙыуҙар тора. Тири-бабба ерләнгән шул уҡ тауҙа бик күп уйымдар һәм мәмерйәләр эшләп бөткәндәр, бында табынырға килеүселәр туҡтай һәм ҡорбан сала. Ҡайһы берҙәре шул тиклем бейектә соҡолған, баҫҡысһыҙ менеп тә булмай. Беҙҙең төркөмдән өсәү бер-береһенә ярҙам итеп текә диуарға менде. Унда дүрт иркен бүлем, ҡаяла уйып эшләнгән ятыр урындар бар ине.  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Л. С. Бретаницкий, Б. В. Веймарн. Очерки истории и теории изобразительных искусств. Искусство Азербайджана.
  2. Адам Олеарий. Описание путешествия в Московию (пер. А. М. Ловягина). М. Русич. 2003
  3. Имеется ввиду деревня Пюрмара(а)с, лежащая в 3 милях от Шемахи