Терентьев Александр Александрович


Терентьев Александр Александрович (2 май 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-биохимигы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (2014).

Терентьев Александр Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 2 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Әстрәхән, Волгоград өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Уҡыу йорто Әстерхан дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Терентьев Александр Александрович 1942 йылдың 2 майында Әстерхан ҡалаһында тыуған.

1966 йылда Әстерхан дәүләт медицина институтын тамамлай.

Терентьев Александр Александрович 1969 йылда — медицина фәндәре кандидаты исеменә дәғүә итеп кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Диссертацияһының темаһы: «Сравнительные биохимические исследования эмбрио-специфических альфа-глобулинов сыворотки крови человека и некоторых животных».

Терентьев Александр Александрович 1974 йылдан алып — Н. И. Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү дәүләт өлкә тикшеренеү медицина лабораторияһында (МОЛГМИ) (хәҙер — Рәсәй милли медицина тикшеренеү университеты) хеҙмәт итә. Был медицина учреждениеһында доценттан алып кафедра мөдиренә (2000 йыл) тиклем юл үтә.

1990 йылда Терентьев Александр Александрович докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, диссертацияһының темаһы: «Стероидсвязывающие онкофетальные белки человека (идентификация, выделение, характеристика, клинические аспекты)»

1993 йыл Терентьев Александр Александровичҡа — профессор дәрәжәһе бирелә.

2005 йылда Терентьев Александр Александрович Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы .

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Терентьев Александр Александровичтың ғилми эштәренең төп йүнәлештәре — онкофеталь аҡһымдарҙың биохимияһын өйрәнеү.

Тере күҙәнәк аҡһымдарын динамик протеомика һәм аҡһым селтәрҙәре анализлауҙа математика моделләү ысулдарын эшләү менән шөғөлләнә.

Терентьев Александр Александрович — 300-гә яҡын ғилми эш, 3 монография һәм 3 китап авторы, 34 уйлап табыу һәм патент танытмалары бар, биохимияның төрлө бүлектәре буйынса 14 уҡытыу-методик әсбаптар яҙған, улар барыһы ла студенттарҙы уҡытыуҙа киң ҡулланыла.

Терентьев Александр Александровичтың етәкселегендә һигеҙ кандидатлыҡ һәм дүрт докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә