Тбилиси милли паркы

Тбилиси милли паркы (груз.პარკი თბილისის ეროვნული) — Грузияның милли паркы.

Тбилиси милли паркы
Нигеҙләү датаһы 1973
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Грузия
Әһәмиәтле урын Тбилиси
Майҙан 23 218 гектар
Карта
 Тбилиси милли паркы Викимилектә

Тбилисиҙан төньяҡҡа ҡарай 25 саҡрым алыҫлыҡта[1], Сагурамолағы-Иално һыртында, Мцхета ҡалаһы янында урынлашҡан. Парктың төп өлөшө Мцхета-Мтианет төбәгенә, бер өлөшө Квемо-Картли төбәгенә ҡарай. Иалной (1874 м), Сагурамо (1385 м) битләүҙәрендә, Сабадур һәм Иквлив тау теҙмәләрендә диңгеҙ кимәленән 600 метрҙан алып 1800 метрға тиклем бейеклектә ята[2]. Площадь парка составляет 23 218 Га[3].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Парк биш өлөшкә бүленә: Сагурамо, Глдани, Марткопи, Гулелеби һәм Гардабани. Территорияның 90%-ын урман ҡаплаған[4]. Ағастар араһында имән, граб, бук, кавказ грушаһы, саған, явор, миләш һәм башҡалар осрай. Паркта бөтәһе 700-гә яҡын үҫемлек төрө үҫә (уларҙың 675 төрө күп йыллыҡ)[2]. Ағастарҙың иң таралған төрө булып бук, имән, граб тора. Ағаслыҡ 122 16 гектарҙы, йәки 92,9% урман майҙанын биләй, ылыҫлы тоҡомдар өлөшө — 256 гектарҙа (1,52%), ҡалған 5,7% тоҡомдарға ҡорос ағас, саған, йүкә, ҡырағай груша, грабинник һәм башҡалар тура килә[2].

Паркта һаҡ аҫтына алынған һөтимәрҙәргә болан, һеләүһен, һоро айыу, ерән төлкө һәм сүл бүреһе ҡарай. Парк фаунаһы бер нисә эре хайуан, шул иҫәптән кавказ аҫыл боланынан ғибәрәт[1]. Парк территорияһы буйлап Кура йылғаһы бассейнына ҡараған бер нисә йылға аға (Глданула, Тедзами, Лочини, Алихеви һәм Норио), уның территорияһында шулай уҡ күп һанлы күлдәр урынлашҡан (иң ҙурҙары Накерала Мамкоди)[5]. Эсәр һыу ббулып 76 шишмә иҫәпләнә[2]

Парк биләмәһендә урынлашҡан иҫтәлекле урындар булып Джвари монастыры, Зедазени монастыры, Мамкод монастыры, Марткоп монастыры, Изге Григола сиркәү, Асур Сакдари сиркәүе емереклектәре, емерелгән Веджини һарайы, шулай уҡ Сагурамо ауылындағы Илья Чавчавадзеның йорт-музейы тора[2]. Парк инфраструктураһы башҡа грузин милли парктарына ҡарағанда әҙ үҫешкән. Уның уңайлығы булып Тбилисиға яҡын урынлашыуы тора. Парк биләмәһендә өс велосипед маршруты булдырылған.

1973 йылда элек барлыҡҡа килгән Сагурамо милли ҡурсаулығы базаһында ойошторолған (1946 йылда нигеҙләнгән) һәм Грузияның иң боронғо милли паркы булып тора. 2000 йылдар башына иғтибарһыҙ ҡала, шунлыҡтан милли парк статусынан мәхрүм ителә. 2007 йылда Сагурамо дәүләт ҡурсаулығы базаһында үҙенең эшмәкәрлеген яңырта. Туристик инфраструктураһы булмауға ҡарамаҫтан, 2013 йылда велосипед тректарын билдәләү буйынса эштәр үткәрелә. Эштәрҙе Швейцария миссияһы ярҙамы менән «Йәшел Боржоми» ойошмаһы башҡара.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Sputnik. Национальные парки Грузии. Sputnik Грузия. Дата обращения: 4 июль 2019.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Тбилисский национальный парк. Отдых в Грузии. www.bibliotekar.ru. Дата обращения: 4 июль 2019.
  3. Tbilisi. Protected Planet. Дата обращения: 4 июль 2019. 2019 йыл 4 июль архивланған.
  4. Грузия для Вас, Заповедники и парки Грузии, главные и самые посещаемые. Грузия для Вас Каталог туристических ресурсов и событий Грузии. Дата обращения: 4 июль 2019. 2019 йыл 4 июль архивланған.
  5. Парки Тбилиси - на карте, путеводитель и фотографии с названием и описанием популярных. www.openarium.ru. Дата обращения: 4 июль 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә