Тбилиси Сәнғәт галереяһы
Сәнғәт галереяһы — (груз. თბილისის სამხატვრო გალერეა) — Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы; Тбилиси ҡалаһында, Руставели проспектында урынлашҡан. Зәңгәр галерея булараҡ та билдәле.
Тбилиси Сәнғәт галереяһы | |
груз. თბილისის სამხატვრო გალერეა | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Электрон почта | info@museum.ge |
Тбилиси Сәнғәт галереяһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТбилиси Милли сәнғәт галереяһының быуат тиерлек тарихы бар. Уның фонды билдәле грузин рәссамы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дмитрий Шеварднадзе хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Был 1920 йылдың иҫтәлекле ваҡиғаларына барып тоташа . Шул ваҡыттан алып Милли галерея грузин һынлы сәнғәтен үҫтереү өҫтөндә эшләй.
Бина 1888 йылда Рәсәй императоры ҡарары буйынса төҙөлә һәм Урыҫ хәрби-тарихи музейы тип аталған бүлеге бар.
1920 йылдың октябрь айында Милли галереяһының тәүге күргәҙмәһе уҙа.
2007 йылда Милли галерея Милли музейға ҡушыла. Галереяға реконструкциялау планлаштырылған, һөҙөмтәлә үҙәк фасад һәм күргәҙмә майҙаны үҙгәрешһеҙ ҡала.
Бина баҡса бинаһы иҫәбенә ҙурайтыла. 30 000 экспонат ҡуйырлыҡ итеп португал архитектура компанияһы Ainda Arquitectura проект әҙерләй.
Галерея бөгөн Милли музейҙың үҙәк күргәҙмәлыренең береһе булып тора, унда грузин һынлы сәнғәт шедеврҙарын күрергә мөмкин.
2006 йылда Тбилиси Сәнғәт галереяһы милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- გალერეა Галерея
- გალერეის ისტორია История галереи(недоступная ссылка)
- ეროვნული გალერეა Национальная Галерея(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.