Исҡужин Таһир Сәлим улы
Таһир Исҡужин, Таһир Сәлим улы Исҡужин (1956—19.09.2015) — башҡорт хоҡуҡ белеме ғалимы, юридик фәндәр кандидаты (1997), 2004—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра мөдире. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы[1].
Исҡужин Таһир Сәлим улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы |
Эшләгән урыны |
Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты[1] |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы |
Биографияһы
үҙгәртергәИсҡужин Таһир Сәлим улы 1956 йылда Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Аралбай ауылында тыуған[2].
- 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм шунда уҡытыу эшенә ҡалдырыла.
- 1979 йылда «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].
- 2004 йылдан дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире булып эшләне[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТаһир Сәлим улы Исҡужиндың фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы мәсьәләренә арналды. Уның 1997 йылда яҡланған кандидатлыҡ диссертацияһы «Локальное правовое регулирование аграрных отношений» тип атала[3]. Ғалим 20-нән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән «Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы» уҡыу ҡулланмаһы авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Таһир Исҡужин ғүмере барышында әүҙем йәмәғәтсе булды. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарҙа юридик факультет студенттарының тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайланды, артабан студент төҙөлөш отрядтарының зона штабында баш инженер булды.
- Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһында эшләү дәүерендә хоҡуҡи пропаганда буйынса республика координация-методик советы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләре буйынса совет һәм Фән, юғары һәм махсус һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы булды.
- Ғалим-уҡытыусы шулай уҡ «Правовое государство: теория и практика» исемле ижтимағи-сәйәси һәм фәнни-хоҡуҡи журналдың редколлегия ағзаһы һәм баш мөхәррир урынбаҫары ла булды.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы (уҡыу ҡулланмаһы)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирский государственный университет. Институт права. Кафедра теории и истории государства и права (рус.)
- ↑ Академия наук Республики Башкортостан > Персоналии > Искужин Тагир Салимович (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Юридическая Россия. Федеральный правовой портал Тагир Салимович Искужин(недоступная ссылка) (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Башкирский государственный университет. Институт права. Кафедра теории и истории государства и права(недоступная ссылка) (рус.)
- Ими гордится район: ИСКУЖИН Тагир Салимович — журнал «Ватандаш» 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)