Таҙғара (тау)

Ырымбур өлкәһе

Таҙғара (рус. Тазгара-тау) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тау.

Таҙғара
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Таҙғара тауы хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Түбәнге Үтәғолдан 3 км төньяҡ-көнбайыштараҡ Янбайбала йылғаһы ҡушылдығы Ҡәҙер йылғаһы буйында урынлашҡан. Йыраҡ түгел Ҡәҙер тауы ла бар[1]..

Тау урынлашҡан төбәк климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 көн ята[2].

Төбәк риүәйәттәргә, топонимдарға бай. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, бынан йыраҡ түгел бер-береһенә күрше булып, 5 кенә км алыҫлыҡта ике Үтәғол — Үрге һәм Түбәнге — көн иткән. 1871 йылғы картала улар икеһе лә булған. Мәгәр 1980-се йылдарҙа икеһе лә юҡҡа сыҡҡан.

Ҡәҙер йылғаһы иһә ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар менән алышта яраланған башҡорт батыры Ҡәҙер хөрмәтенә аталған. Хәйер, Ҡәҙер исемле бай исеменән тип тә һөйләйҙәр, тип һөйләгән информаторҙар. Ҡәҙер йылғаһы ҡойған Янбайбала йылғаһы Шайтантауҙа баш ала. Риүәйәт ителеүенсә, бында Янбай исемле бала донъяға килгән булған[1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тауҙың атамаһы таҙғара тигән ҡоштан алынған. Күрәһең, был тауҙы улар төйәк иткән. Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош, урыҫса рус. орел-могильник[3]..

Ике томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә ошондай аңлатма бирелә: Таҙғара — башы һәм елкәһе ҡауырыйһыҙ (шуға күрә таҙ инде), көрән төҫлө, емтек ашай торған, бөркөт ҙурлыҡ күсмә ҡош. Ағас баштарына оялай[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  3. Тазгара (Тазгара-тау), гора в 3 км к северо-западу от бывшей д. Нижнеутягулово, около речки Кадыр-йылга. Башкирское тазгара — «орел-могильник», тау — «гора». «Орлиная (гора)». — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит.- 296-сы бит
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 29-сы бит
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит