Таҙтүбә ауыл Советы (Дыуан районы)
Таҙтүбә ауыл Советы — Дыуан районы составында ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе. Почта индексы — 452540. ОКАТО коды — 80223837000. Вознесенка ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.
Таҙтүбә ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дыуан районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәТаҙтүбә ауылы — административ үҙәге.
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Вознесенка ауылында административ үҙәк менән,«Вознесенка» атамаһын һаҡлап, Вознесенка һәм Таҙтүбә ауыл Советтарын берләштерергә.Таҙтүбә ауыл Советының Таҙтүбә ауылын Вознесенка ауыл Советы составына индерергә.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Таҙтүбә ауыл Советын алып ташларға
Вознесенка ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 йылда Ҡариҙел районы, Ләмәҙ ауыл Советы, Дыуан ауыл Советы, Ярославка ауыл Советы, Вознесенка ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН