Тағанай (тауҙар)
Тағанай (рус. Тагана́й - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Көньяҡ Уралдағы тау һырттары төркөмө[1].
Тағанай | |
Нигеҙләү датаһы | 1991 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Әһәмиәтле урын | Златоуст |
Тағанай Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәОҙонлоғо 52 км, бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1178 м тиклем (Круглица тауы)[1].
Һырттары меридиан йүнәлешендә һуҙылған, яҡынса ҡала Златоуст ҡалаһынан башланып Ҡарабаш ҡалаһына тиклем дауам итә.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТағанай – боронғо ҡая ҡалдыҡтары менән гранит ҡаялар ғәжәйеп рәүештә сиратлашып, аралашып урынлашҡан тауҙар берләштерә мәһе. Тағанай тауы өс һырттан тора, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан ашыу. Урындағы халҡы уларҙы Кесе, Урта һәм Оло Тағанай тип йөрөтә. [2]
Һырттары
үҙгәртергә- Оло Тағанай һырты;
- Урта Тағанай һырты;
- Кесе Тағанай һырты.
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович иһә үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:
Таганай - широко распространено толкование от слов: таган — «треножник», «подставка», ай — «луна», «треножник луны», или «лунная подставка». Это горный узел из трех хребтов, увенчанных вершинами. Уместно сказать, что у башкир в прошлом было распространено имя Таганай. В Башкортостане встречается деревня Таганаево (башҡ. таған)[3][4]
.
Йәғни, был ороним башҡорт телендәге "таған" + "ай" тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән. Уны "Ай тағаны" тип тәржемә итеүҙәре бик матур. Шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә "- ай" һүҙ яһаусы аффикс булараҡ та ҡулланыла. Өс тау һыртын өстаған (өсаяҡ), йәғни "таған" тип атауҙары бик тәбиғи. Ороним һәр ваҡыттағыса башҡорт халҡының шағирәнә күңелен асып һала."Таған" һүҙе башҡорт телендә "терәк, таяныс" тигән мәғәнәгә лә эйә [5]
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә"Тағанай" милли паркы
үҙгәртергәРСФСР Министрҙар Советының «Тағанай Милли паркын булдырыу тураһында» 1991 йылдың 5 мартында ҡабул иткән 130-сы ҡарары менән "Тағанай" милли паркы) ойошторола. Милли парк Силәбе өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә,Златоуст һәм Ҡуҫа районы ҡала округтары сиктәрендә урынлашҡан[6][7].
Оло Ташъйылға
үҙгәртергәОло Ташъйылға — авантюриндан торған таш йылға (рус. курум - әйткәндәй, был һүҙ урыҫ теленә боронғо төрки "ҡором" (ҡоролған нәмә) һүҙенән ингән[8]). Оло Ташъйылға 6 км оҙонлоҡта һәм 800 метр киңлектә, Оло һәм Урта Тағанай һырттары араһында урынлашҡан [9][10][11][12].
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Шаңдаулы Һырт (рус. Откликной Гребень)
-
Оло Ташъйылға ҡышын
-
Икесусаҡ тауына менеү (рус. Двуглавая гора)
-
Златоуст ҡалаһына тарафына күренеш
-
Салматауҙан (рус. Круглица) күренеш
-
ДИке сусаҡлы түбә. Ҡая ҡалдыҡтары. Ташъйылғаға табан күренеш
-
Икесусаҡ тауға һәм Шаңдаулы Һыртҡа күренеш (рус. Откликной Гребень)
-
Оло һәм Урта Тағанай араһындағы таш йылға
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Таганай, Большая советская энциклопедия. — М.: «Советская энциклопедия», 1969—1978 гг.
- ↑ Таганай. Высота горы Таганай
- ↑ Шувалов Н. И. Таганай // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 293-сө бит
- ↑ Национальный парк «Таганай»/Физико-географические условия, Справочник «Национальные парки России». М.: Изд-во Центра охраны дикой природы, 1996 г.
- ↑ Таганай, национальный парк/Общая информация 2017 йыл 20 май архивланған., Сайт Минприроды Российской Федерации «Особо охраняемые природные территории Российской Федерации».
- ↑ Слово Курум
- ↑ Достопримечательности/Каменные реки (недоступная ссылка — история). 2017 йыл 20 март архивланған., Сайт ФГБУ "Национальный парк «Таганай».
- ↑ Каменная река. Таганай, Иллюстрированная статья на сайте «Клуб путешественников — kp74».
- ↑ Национальный парк «Таганай»/Большая Каменная река, Сайт «Путеводитель по Челябинской области» (Подборка фотоблогов про Большую каменную реку).
- ↑ Таганай, национальный парк/Большая Каменная река (описание) 2017 йыл 5 июнь архивланған., Сайт Минприроды Российской Федерации «Особо охраняемые природные территории Российской Федерации».
Һылтанмалар
үҙгәртергәТағанай (тауҙар) Викимилектә |
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 293-сө бит
- Шувалов Н. И. Таганай // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Таганай, национальный парк/Общая информация 2017 йыл 20 май архивланған.