Ташөй мәмерйәһе(Ташйорт) — девонға ҡараған франс ярусының аҡһыл һоро эзбизташтарында барлыҡҡа килгəн карст мәмерйәһе. Башҡортостандың Ишембай районыны Һарғай ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5,5 км алыҫлыҡта, Рәүҙәк йылғаһынаң уң битлəүендə урынлашҡан. 1985 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ташөй
Ил
Оҙонлоғо117 м
Күләме1500 м³
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Рәсәй
Красная точка
Ташөй
Ишембай районы
Красная точка
Ташөй

Мәмерйәгә инеү урыны текə ҡаяның нигеҙ өлөшөндəге эре киҫəкле ишелмəлəр өҫтөндə 30 м бейеклектə ята. Инеү урыны 7 метр бейеклектә, 11 метр киңлектә арка формаһында. Мәмерйә ауыҙынан 20 метрға тиклем юлдар, көньяҡҡа 5—12 метр киңлектә, 28 метр оҙонлоҡта галерея китә. Түбәһе шыма, 12 метрға тиклем вертикаль юлдар бар. Мәмерйә иҙәненең юлдары балсыҡ, ваҡ таш менән ҡапланған. Стеналарында кальцит япмалары осрай.

Мәмерйәнең оҙонлоғо 117 метр, уртаса киңлеге 5,5 метр, уртаса бейеклеге 3,0 метр, амплитудаһы 17 метр, майҙаны 496 квадрат метр, күлəме 1500 кубик метр. Һауа температураһы йəй көнө яҡынса 9,5°С.

«Ташөй» атамаһы «таш» һәм «өй» һүҙҙәренән алынған. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау Маҡар ауыл советы хакимиәтенә йөкләтелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә