Тачанка (һәйкәл)
Тачанка-Ростовчанка — монумент (һәйкәл) Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһының 60 йыллығы йылында Граждандар һуғышы ваҡытындағы Беренсе Атлы армияға бағышлап ҡуйыла.
Иҫтәлекле урын | |
Тачанка
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе, ҡала Дондағы Ростов |
Тачанка Викимилектә |
Гипстан эшләнгән, эсе ҡыуыш һәйкәл 1977 йылда асыла. Тыштан композиция баҡыр табаҡтар менән көпләнә[1]. Монумент Дондағы Ростов ҡалаһына көньяҡтан ингән ерҙә урынлашҡан.
Һәйкәлде скульпторҙар В. Д. Батяй, Б. К. Лапко, А. Я. Косолапов, архитектор П. А. Ибалаков ингән ҙур ижади төркөм эшләй. Коллективҡа 1902 йылғы стачкаға ҙур һәйкәл эшләгән скульптор А. А. Скнарин етәкселек итә[2].
Тарихы
үҙгәртергәДондың һул яҡ ярында, Маныч — Батайск — Аҙау һыҙатында 1920 йылдың ғинуарында, тап әле һәйкәл урынлашҡан ерҙә генерал Деникиндың Ирекле армияһының сигенеүсе частары менән Буденныйҙың Беренсе Атлы армияһы араһында алыштар бара. Иҫтәлекле таҡтаташҡа: «1918. Беренсе Атлы армияға бағышлана. Һәйкәл Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһының 60 йыллығы йылында ҡуйылды», — тип яҙылған. Ҡоролманың дөйөм бейеклеге — 15 м. Ул 2009 йылда реставрациялана[3].
Һүрәтләнеше
үҙгәртергәҺәйкәлде ҡайһы яҡтан ҡына сығып ҡараһаң да, унда сабып барған дүрт атты күрергә мөмкин. Улар ҡорал ҡуйылған тачанкаға егелгән. Тарихтан мәғлүм булыуынса, тачанкаға өс ат егелә, әммә һәйкәлдә уларҙы театр биналарының фасадындағы кеүек дүртәү итеп һынландырырға ҡарар ителә. Бөтөн скульптура төркөмө тачанка юғары тиҙлектә үтеп киткәндә күҙалланғанса эшләнгән, шуға күрә тәгәрмәстәрҙең энәләре лә, дилбегә лә күренмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Легендар тачанка
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Достопримечательность Ростова-на-Дону: "Тачанка-Ростовчанка" / Travel.Ru / Страны / Россия / Ростов-на-Дону . guide.travel.ru. Дата обращения: 22 ноябрь 2015.
- ↑ Тачанка-ростовчанка летит по донской степи | Ростовский Словарь . rslovar.com. Дата обращения: 22 ноябрь 2015.
- ↑ Тачанку на въезде в Ростов отреставрировали
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Андрианов В. И. Памятники Дона: рассказ о памятниках и памятных местах Ростовской области / В. И. Андрианов, А. Г. Терещенко. — Ростов н/Д: 1981. — С. 89.
- Волошинова Л. Донская энциклопедия: 100 уникальных мест Ростовской области // Молот. 2010. — 16 апр. — С. 8.
- Каминская М. Он создает лицо столицы: [о творчестве ростовского скульптора А. Скнарина] // Наше время. — 2005. — 5 авг.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятник «Тачанка» — Ростов-на-Дону, Россия 2017 йыл 24 февраль архивланған.
- Памятник Тачанка-ростовчанка