Татыш (күл, Башҡортостан)

Татыш — Башҡортостандағы күл, Илеш районында, Ағиҙел йылғаһының һул ярында Иҫке Татыш станцияһы эргәһендә (Иҫке Татыш ауылы) урынлашҡан.

Татыш
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Этимологияһы үҙгәртергә

Атамаһы антропонимдан алынған[1][2][3].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан[4]). Һаҡлау зонаһының майҙаны: 38,0 гектар. Күл өҫтө майҙаны 0,38 кв. км, оҙонлоғо яҡынса 4 км, киңлеге 60 метрҙан 360 метрға тиклем. Тәрәнлеге 7 метрға етә. Күл йыл һайын 6 айға боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙең тәүге көндәрендә туңа, һәм тик апрель аҙаҡтарында ғына ирей. Яҙ аҙағында күлдә һыу кимәле яҡынса 2 метрға күтәрелә, ә ҡоролоҡло, яуым-төшөмһөҙ көндәрҙә һыу кимәле бер метрға тиклем кәмей. Күл тымыҡ.

Һаҡлау объекты: Типик фауна һәм үҫемлектәр менән һыу-һаҙлыҡ комплексы. Тирә‑яҡ ландшафы аллювиаль, һаҙ тупраҡтарындағы һаҙланған болондарҙан, ҡыуаҡлыҡ һәм урмандарҙан тора, аҡ тал, һары тал һәм башҡалар үҫә. Яр буйын күл ҡамышы, киң япраҡлы екән, ябай уҡъяпраҡ һәм башҡалар баҫҡан, күлдә — һары томбойоҡ, һыу үләне төрҙәре үҫә.

Ажау, алабуға, суртан, һары һәм көмөш табан балыҡтары йәшәй, ҡыҫала бар. Ышылдаҡ аҡҡош, һоро селән, алаҡаҙ, өйрәктәр оя ҡоралар[5].

Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре тәғәйенләнеше:

  1. Бөтә тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу.
  2. Төрлөлөгөн һаҡлау.

Күл эргәһендә Ағиҙел, Сөн, Иҫке Сөн йылғалары аға.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  2. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — С. 189. — 256 с. — ISBN 5-295-03192-6.
  3. Фидан Мәрвәров. Иске Күктау авылы тарихы : кыргыз ыруы башкортлары шәҗәрәсе. — Уфа: Уфа полиграфкомбинаты, 2011. — С. 15. — 197 с. — ISBN 978-5-85051-522-5.
  4. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  5. CD Econet 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.