Мәрүәров Фидан Садиҡ улы

тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәләрен төҙөүсе.

Мәрүәров Фидан Садиҡ улы (9 март 1952 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәләрен төҙөүсе.

Мәрүәров Фидан Садиҡ улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 март 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Күктау, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеү
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Фидан Садиҡ улы Мәрүәров 1952 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ы Илеш районы Иҫке Күктау ауылында тыуған.

Иҫке Күктау һигеҙ йыллыҡ, Үрге Йәркәй урта мәктәптәрендә белем ала. 1975 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1975 йылдан «Башсельхозтехника» Илеш районы берекмәһендә өлкән инженер-комплектлаусы булып хеҙмәт юлын башлай. Илеш районы колхоздарының техник ярҙам машиналарын техник хеҙмәтләндереү буйынса идарасының урынбаҫары, автомобиль транспорты буйынса директор урынбаҫары, 1998—2000 йылдарҙа «Электрод» директоры, 2000—2001 йылдарҙа «Башавтотранс» филиалы Үрге Йәркәй автотранспорт предприятиеһының директор урынбаҫары, «Башкирнефтепродукт» компанияһының Дүртөйлө филиалы Үрге Йәркәй участкаһы операторы.

Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәләрен төҙөүсе.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Фидан Мәрвәров. Иске Күктау авылы тарихы : кыргыз ыруы башкортлары шәҗәрәсе. — Уфа: Уфа полиграфкомбинаты, 2011. — С. 76. — 197 с. — ISBN 978-5-85051-522-5.
  • Фидан Марваров Шежере башкир рода киргиз // Ватандаш. — 2010. — № 8. — С. 199—205. — ISSN 1683-3554.

Бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт Хаты;
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы (2012)[1];
  • Республика шәжәрә төҙөүселәр конкурсы еңеүсеһе (2009)[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Лира Гәрәева. Ырыулының уғы юғалмаҫ // «Башҡортостан» гәзите. — 2012.
  2. «Башҡорттар» тапшырыуы // Башҡортостан юлдаш телеканалы. — 2021.