Тарас Шевченко һәйкәле (Ялта)
Тарас Шевченко һәйкәле — украин шағиры, рәссам һәм яҙыусы Тарас Шевченкоға Ялта (Ҡырым) ҡалаһында 2007 йылда Шевченко исемендәге скверҙа асылған һәйкәл[1][2].
Тарас Шевченко һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 2007 |
---|---|
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ялта[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
Архитектор | Лео Мол[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Тарихы
үҙгәртергәҺәйкәл «Фундация им. Т. Шевченко» БөтәУкраина хәйриә фонды инициативаһы буйынса 2005 йылда эшләнә. Бағыусы булып Торонтола (Канада) йәшәгән доктор Василий Иваницкий һәм Наталия Бундза ғаиләһе сығыш яһай.
Йәш шағир һәйкәленең авторы — Виннипег ҡалаһынан билдәле украин скульпторы, Шевченкоға Вашингтонда, Буэнос-Айреста, Санкт-Петербургта ҡуйылған һәйкәлдәрҙе эшләүсе Лео Мал.
Монумент Аргентинала бронзанан эшләнә, уның ауырлығы 2,5 тонна, бейеклеге — 3 метр[3]. Аргентинанан уны карапта Одессаға килтерәләр, һуңынан Ялтаға оҙаталар. Унда ул, властар ҡала үҙәгендә лайыҡлы урын тапҡансы, ике йыл тирәһе складта ята. Бындай урын булып Мәскәү урамындағы Цирк скверы тора, һуңынан ул рәсми рәүештә Шевченко скверы исемен ала[3].
Тантанала ҡатнашыусылар «Украина менән һәм Украина тип йәшәгән» кешенең ҙур әһәмиәтен билдәләй. Шулай уҡ һәйкәлде эшләүҙә, ҡуйыуҙа әүҙем ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерелә һәм монументтың тап Ялтала, «йылына донъяның төрлө илдәренән тиҫтәләгән мең кеше киләгән», украин мәҙәниәтен хөрмәт иткән һәм ихтирам күрһәткән ҡалала урынлашыуының символик мәғәнәгә эйә булыуы ла билдәләнә[1].
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фото памятника Т.Г.Шевченко в Ялте | |
https://gdb.rferl.org/90CDA20F-A6CB-4E12-9951-5C647967F71E_w1023_r1_s.jpg |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 В Ялте открыт памятник Тарасу Шевченко . В Ялте открыт памятник Тарасу Шевченко. Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ Ялта приобщилась к духовности и открыла памятник Шевченко . www.segodnya.ua. Дата обращения: 2 июль 2017.
- ↑ 3,0 3,1 В Ялте появится памятник Тарасу Шевченко. 2 июль 2017 тикшерелгән.