Тарас Шевченко һәйкәле (Донецк)

Тарас Шевченко һәйкәле — Донецктың Ворошилов районында, Шевченко бульвары һәм Артем урамы киҫешкән ерҙә урынлашҡан.

Тарас Шевченко һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Жанр паблик-арт[d]
В память о Шевченко Тарас Григорьевич
Һүрәтләнгән объект Шевченко Тарас Григорьевич
Мираҫ статусы памятник монументального искусства Украины местного значения[d]
Тасуирлау биттәре ritual-donetsk.com/ru/do…
ia600308.us.archive.org/…
Карта
 Тарас Шевченко һәйкәле (Донецк) Викимилектә

Переяслав радаһының 300-йыллығы хөрмәтенә төҙөлә[1] һәм украин шағиры һәм рәссамы, хәҙерге украин әҙәби теленә нигеҙ һалыусы Шевченко Тарас Григорьевичты һүрәтләй.

Һәйкәл Украина ССР-ы Министрҙар Советының 1953 йылдың 25 декабрендәге ҡарарына ярашлы эшләнә[2] һәм 1955 йылдың 8 сентябрендә ҡуйыла. 1967 йылда Ленин майҙанына Ленин һәйкәлен ҡуйғанға тиклем Донецктың төп һәйкәле булып һанала[1].


Һәйкәл шағирҙың тулы һынынан ғибәрәт, бронзанан эшләнгән. Скульптура ҡыҙыл шымартылған граниттан эшләнгән түңәрәк постаментта тора. Постаментта Тарас Шевченко әҫәрҙәренең геройҙары һүрәтләнгән фриз урынлашҡан. Фриздың уртаһында Шевченко үҙе һүрәтләнгән, ул Николай Гаврилович Чернышевскийгә һәм Николай Александрович Добролюбовҡа үҙенең шиғырҙарын уҡый.

Һәйкәлдең авторы — скульптор Макар Кондратьевич Вронский, Алексей Прокофьевич Олейник һәм архитектор Виктор Алексеевич Шарапенко.

Скульптура Киевтә эшләнгән һәм унан Донецк ҡалаһына килтерелгән.

Һәйкәл 1950-се йылдарҙағы совет монументаль сәнғәт традицияларында булдырған һәм Харьковтағы Тарас Шевченко һәйкәленә оҡшаш.

Һәйкәл Н. К. Крупская исемендәге Донецк өлкә китапханаһы, Донецк дәүләт өлкә хакимиәте бинаһы һәм торлаҡ йорттар төҙөлөшө барлыҡҡа килтергән майҙандың композицион үҙәге булып тора. Һәйкәл ҡаланың киңлек күсәрен — Шевченко бульварын башлай[3].

Донецктағы Шевченко һәйкәле 1964[4], 1977[5], 1980[6] һәм 1982[7] йылдарҙағы СССР почта конверттарында төшөрөлгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Анатолий Жаров. Памятник Т.Г. Шевченко в Донецке. infodon.org.ua — Донецк: история, события, факты. Дата обращения: 23 ғинуар 2013. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.
  2. ГАДО,Ф-Р2794, оп.1, д.770, л.246
  3. Килессо С. К., Кишкань В. П., Петренко В. Ф. и др. Донецк. Архитектурно-исторический очерк. — Киев: Будівельник, 1982. — 152 с.
  4. ITC «Marka»: 3032. Архивировано 1 декабрь 2012 года.
  5. ITC «Marka»: 12267. Архивировано 1 декабрь 2012 года.
  6. ITC «Marka»: 14092. Архивировано 1 декабрь 2012 года.
  7. ITC «Marka»: 15447. Архивировано 1 декабрь 2012 года.

Библиография

үҙгәртергә
  • Памятники великому Кобзарю / И. Игнаткин // Строительство и архитектура. — 1964. — № 3. — . 35-38 : фото.
  • Памятники и памятные знаки // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 156—162. — ISBN 5-7740-0782-0.
  • Памятник Т. Г. Шевченко // Телегид. Специальный выпуск. Донецк туристический. 150 лучших мест для семейного отдыха. — Донецк, август 2010. — № 2. — С. 10.

Һылтанмалар

үҙгәртергә