Таналыҡ (археологик ҡомартҡы)

Таналыҡ — бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Беҙҙең эраға тиклемге 15-14 быуаттарға ҡарай[1]. Хәйбулла районының Хворостянка ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 километр өҫтәрәк Таналыҡ йылғаһының һул ярындағы төп ҡалҡыулыҡ морононда урынлашҡан. Хәҙер уны Таналыҡ һыуһаҡлағысы баҫҡан.

1995 йылда Г. Н. Гарустович һәм А. Ф. Йәминов аса, ТТӘИ, БДУ, БДПИ, СГПИ һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойошторған берлектәге экспедиция (етәксеһе Н. А. Мәжитов) тарафынан өйрәнелә.

Табыштар

үҙгәртергә

Яҡынса 6,5 мең м² майҙан асып тикшерелә.   Тораҡта каркас-бағана конструкциялы 10 торлаҡ, усаҡтар, ҡоҙоҡтар, хужалыҡ соҡорҙары табыла.

Керамика алакүл мәҙәниәте, бура мәҙәниәте (орнаментһыҙ йә баҫып һыҙылған оҙонса түңәрәк, шыма йә кәкерсәкле һыҙыҡтар), абаш мәҙәниәте, черкаскүл мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт.

Ҡомартҡының төньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә 5 ҡәбер асыҡланған. Һөйәктән һәм таштан (уҡ башаҡтары, иген ҡырғыс, суҡмарҙар һ.б), шулай уҡ металл эшкәртеү эҙҙәре (мәғдән киҫәктәре, шлак, таш сүкештәр, һандал, игәү плиталары), хайуан һөйәктәре табылған.

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһының милли музейында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә