Таймыр (күл)
Таймыр (Таймыр күле) — Таймыр ярымутрауындағы күл. Рәсәй Федерацияһының Красноярск крайы составына ингән Таймыр ҡурсаулығында урынлашҡан. Рәсәйҙең Азия өлөшөндә майҙаны буйынса Байкал күленән ҡала икенсе урын биләй.Таймыр донъяла иң төньяҡта урынлашҡан дәү күл булып тора: уның иң төньяҡ нөктәһе төньяҡ киңлектең 75 градусынан төньяҡта урынлашҡан. Таймыр күленән Түбәнге Таймыра йылғаһы ағып сыға.[2]
Таймыр | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Нижняя Таймыра[d], Байкура[d] һәм Бикада-Нгуома[d] |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Нижняя Таймыра[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Бассейн майҙаны | 104 300 км² |
Период обновления воды | 0,9 йыл[1] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Красноярск крайы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 6 метр |
Оҙонлоҡ | 204 km |
Киңлек | 154 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 26 метр һәм 2,8 метр |
Майҙан | 4560 км² |
Күләме | 12,8 гектометр кубический |
Таймыр Викимилектә |
Күл сентябрь аҙағынан июлгә тиклем боҙ менән ҡапланған була. Боҙҙан әрселеп тороу ваҡытының боҙ уртаса оҙонлоғо — 73 көн көнө. Августа һыуының температураһы +8 °C, ҡышын — нулдән саҡ ҡына юғары.[3] Бында даими тораҡ пункттар юҡ. Ташландыҡ метеорология станцияһы ғына ултыра.[4][5]
Дөйөм тасуирлама
үҙгәртергәТөньяҡ поляр түңәрәктән ныҡ ары, Бырранга тауы итәгендә урынлашҡан. Яр буйҙары һай һыулы ҡултыҡтар һәм бухталар менән ныҡ йырғыланған. Һөҙәк булған көньяҡ яры дүртенсел осоррҙың кәүшәк ултырмаларынан тора.
Төньяҡ ярында боронғо тау тоҡомдары сыҡҡан урындары бар. Ул яр Бырранг һыртына ҡапыл ғына текә күтәрелә. Һырттан Таймыр күленә күп йылғалар ҡоя. Уларҙың ҡайһы берҙәре тау күлдәненән башлана, мәҫәлән, Левинсон-Лессинг күленән. Күпдең көнбайыш өлөшөндә ташлы утрауҙар бар. Ә көнсығыш өлөшөндә ҡомло Соколов-Микитов утрауы урынлашҡан.
Күл тундра зонаһында, мәңгелек туң ятҡане ерҙә урынлашҡан. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы −13,4 °C, ә иң йылы июль иайының уртаса температураһы — +12,3 °C. Яуым-төшөмдең күп өлөшө ҡышҡылыҡҡа тура килеүенә ҡарамаҫтан, өҫтөнөң тигеҙ булыуы һәм көслө ел ҡар япмаһының формалашыуына ҡамасаулай. Йәйгеһен штормдар йыш күҙәтелә. Һыу тәрәнлеге ҙур булмағас, шторм мәлендә күл ныҡ болғаҡлана.
Күлдең һыуы йәй башынан авгусҡа ҡарай ныҡ ҡына арта. Артабан яҙға тиклем 75 %-ҡа тиклем һыуын юғалтып, кимәле кире төшә. Был күлдең йөҙөн 30-50 %-ҡа тиклем кәметә. Шуға Таймырҙың 84 % тиерлек өлөшө йылда төбөнә тиклем туңа.
Күлдең уртаса кимәле − 6 м. Әммә миҙгел барышында диңгеҙ кимәленән 1,5 м-ға тиклем төшөргә мөмкин. Таймырҙың майҙаны 1 200 км²-ға тиклем кәмей.
Күддең тәрән булмауы һәм ҡышын 5,9 м-ға тиклем төшөүе боҙ япмаһының ҡумшыуына, ярыҡтар барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булып тора. Боҙ ҡалынлығы 2-3 м тирәһен тәшкил итә. Боҙҙарҙың емерелеүе һәм ҡолауы көслө шау-шыу, шатырлау менән бара.
Күл экосистемаһы
үҙгәртергәТаймыр күлендә арктик төр балыҡтарынан алабалыҡ, муксун, еҙмыйыҡ һәм башҡалар тереклек итә. Күл һыуында юғары флора вәкилдәре бөтөнләй юҡ. Һыу хайуандарының аҙыҡ сылбыры фитопланктонға нигеҙләнгән.
Ҡышҡы осорҙа һыуҙа кислород миҡдары кәмей, сөнки бында йәй бик күп органик матдәләр ағып төшә.
Ултырмаларҙың сереүе күлдең төпкөл өлөштәрен балыҡтар тереклеге өсөн яраҡһыҙ итә.
Дөйөм алғанда Таймырға диңгеҙ флораһы һәм фаунаһынан торған организмдар бергәлеге хас. Унда шулай уҡ, Байкалда тереклек иткән төрҙәр ҙә осрай.
Тәүгеләренең күлдә булыуы, Таймырҙың Түбәнге Таймыра аша диңгеҙ менән тоташыуына һәм тарихи дәүерҙәрҙә донъя океанының кимәленә бәйле булһа, байкал экосистемаһы вәкилдәренең тереклек итеүенә боҙлоҡ дәүерҙәрендә региондың гидрологик режимы ҡырҡа үҙгәреп тороуы һәм Азияның төньяғында эре-эре боҙлоҡ күлдәренең барлыҡҡа килеүе сәбәпсе.
Таймырҙағы утрауҙар күсер ҡоштар өсөн оя ҡороу, үрсеү урыны булып тора (ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ, ҡаҙҙар һәм башҡалар).
Үрге һәм Түбәнге Таймыра йылғалары
үҙгәртергәТаймыр күле аша Таймыра йылғаһы ағып сыға. Уның күлдән юғары өлөшө Өҫкө Таймыра, ә унан сыҡҡаны — Түбәнге Таймыра тип атала. Күл Таймыраның түбәнге ағымында йылғаның һыу режимын көйләүсебулып тора.
Күлдең һыуы йәй башынан авгусҡа ҡарай арта бара. Был осорҙа һыуҙың күл аша Түбәнге Таймыраға ағып сығыуы йылғалағы боҙ тығыны арҡаһында тотҡарланып тора.
Үҙәне боҙҙан арыныу менән һыу кимәле тиҙ генә кәмей, артабан киләһе яҙға тиклем аҙыраҡ темпта дауам итә.
Мәҫәлән, 1996 йылда күлдә һыу кимәле 27 июлгә тиклем күтәрелеп, 27 июлдән 7 август арауығында ҡапыл 70 см-ға түбәнәйә.
Күлгә килгән һыу миҡдарын да иҫәпкә алғанда Түбәнге Таймыра һыуының кәмеү тиҙлеге тәүлегенә 5 000 — 6 000 м³/т-ҡа артҡан. Һәр миҙгел һайын ҡабатланып торған ошондай хәлдән һуң, күлдең кимәле төшөүе менән бергә Түбәнге Таймыраның да һыу сығымы кәмей бара.
Бырранга тауҙарында эрозия
үҙгәртергәТаймыр күлендә һыу кимәленең миҙгелле тирбәлештәре 7 м-ға етә яҙа. Күлдең көньяҡ районындағы тигеҙ рельеф һыу кимәлененә диңгеҙ кимәленән 50 м-ға тиклем күтәрелә алыуына мөмкинлек бирә. Боҙлоҡ дәүерендә ундай осраҡтар булған.
Бырранга һыртының геологик йәшенә бәйле булған факторҙар йыйылмаһы: күл кимәленең миҙгелле, йыллыҡ һәм быуаттар дауамында үҙгәреүҙәре; йыл эсендә һауа температураһының киң тирбәлештәре төньяҡ яр буйы ҡаяларының көслө эрозияһына, Таймырҙың был райондарында ҡаяларҙың тотороҡло булмауына килтерә. Йәйҙәрен йыш ҡына таш ҡойолоу, таш ишелмәләре күҙәтелә.
XX быуат башындағы Н. Н. Урванцев экспедициялары барышындағы тикшеренеү эштәре 1854—1930 йылдар арауығында күл кимәленең бер метрға кәмеүен асыҡлаған. Был Түбәнге Таймыра үҙәненең йылдам ашалау сәбәбен күрһәтә.Тарихи яҡтан был ваҡыт интервалы Арктиканың XX быуаттың беренсе яртыһындағы йылыныу осорона һәм Гольфстрим йылы ағымының тәьҫире көсәйеү ваҡытына тура килә..
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/ASI-242
- ↑ А. А. Соколов Глава 23. Восточная Сибирь // Гидрография СССР. — 1954 г..
- ↑ Большая Советская Энциклопедия // Б.А.Введенский II. — Москва: ПГК им.Молотова, 21.04.1956 г. — Т. 41 //СТИЛТОН - ТАТАРТУП//. — С. 524.
- ↑ Russian-German Cooperation: The Expedition TAYMYR 1994 2011 йыл 11 август архивланған., Christine Siegert, Dmitry Bolshiyanov et al.
- ↑ На сайте Среднесибирского УГМС — Наблюдательная сеть 2022 йыл 5 апрель архивланған. — метеостанция не числится в списке работающих, так что, скорее всего, по состоянию на 2010 год она является недействующей.
Топографические карты
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Таймыр 2016 йыл 1 апрель архивланған.
- Таймырский государственный заповедник, Экологический центр «Экосистема»
- Физико-географические условия Таймырского заповедника, МПР РФ