Таганрог радиотехник университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Таганрог радиотехник институты / ТРТИ — дәүләт юғары уҡыу йорто, Таганрог ҡалаһында 19511993 йылдарҙа эшләгән. 1993 йылда институт Таганрог дәүләт радиотехник университетына әйләнгән.

Таганрог радиотехник институты
(ТРТИ)
ТРТИ, корпус «Г», 2012 г.
Халыҡ-ара исеме

Taganrog radioengineering institute

Асылған йылы

1951

Үҙгәртеп ҡоролған

Калмыков исемендәге Таганрог дәүләт радиотехник университеты.

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

1993

Тип

дәүләт

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Таганрог

Юридик адресы

Рәсәй, Таганрог, Ростов өлкәһе, Некрасов тыҡрығы, 44

Институттың исемдәре

үҙгәртергә
  • 19511974 — Таганрог радиотехник институты
  • 19741993 йылдарҙа— В. Д. Калмыков исемендәге Таганрог радиотехник институты.
  • 19932006 йылдарҙа —В. Д. Калмыков исемендәге Таганрог дәүләт радиотехник университеты
  • 20072012 йылдарҙа —Көньяҡ федераль университетының Таганрог технология институты
  • 20122013 йылдарҙа — Көньяҡ федераль университетының Таганрог кампусы
  • 2013 йылдан алып хәҙерге көндә—Көньяҡ федераль университетының Инженер-технологик академияһы

ТРТИ булдырыуҙың тәүшарттары

үҙгәртергә

«1951 йылда Таганрог „Прибой“ оборона радиозаводы директоры Геннадий Чернов, заводтың иң ҙур мәсәьәләһе булып, кадрҙар дефициты торғанлығын аңлап, Мәскәүгә үтенес хаты ебәрә[1]. Черновтың хаты илдә сәнәғәт тармағын етәкләүсе Л . П. Берия ҡулына эләгә. Бер ай ҙа үтмәй, Таганрогҡа комиссия килде КПСС үҙәк комитеты комиссияһы предприятиеға килеп төшә һәм мәсьәләне өйрәнә башлай. ҮК Комиссияһы „Прибой“ заводына уның ағымдағы мәсьәләләрен хәл итеүҙә һиҙелерлек ярҙам итә, ә йыл аҙағына ТРТИ төҙөү тураһында хөкүмәт ҡарар әҙерләй.

Таганрог радиотехник институтын барлыҡҡа килтереү тураһында 1951 йылда Министрҙар Советы менән ССР Союзы 1951 йылдың 21 декабрендә Иосиф Сталин имзаһы ҡуйылған 5389-2346 Ҡарары буйынса Таганрогта радиотехник институт асып, унда радиотехник, радиолокация һәм электровакуум белеме буйынса инженер белгестәре әҙерләү башлау нигеҙләнә. 1952/53 уҡыу йылында институтҡа 400 студент ҡабул итергә һәм 5 йыл эсендә уҡытып сығарырға бойорола. Таганрог радиотехник институты студенттары контингентын 2000 кешегә еткерергә ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта СССР Министрҙар Советы Ҡарары Рязань радиотехник институты, ә һуңыраҡ,1964 йылда — Минск радиотехник институты барлыҡҡа килә[2].

ТРТИ тарихы

үҙгәртергә
Файл:TRTU G i D 019.jpg
Корпус «Г» һәм «Д» ТРТИ

1952 йылдың 31 авгусында ТРТИ рәсми асыу тантанаһы булып уҙа. 1952 йылдың 1 сентябрендә уҡыуҙар башлана. Унда 1 һәм 2 курстың 544 студенттарын 43 уҡытыусы уҡыта башлай. 1952 йылда радиотехника теоретик нигеҙҙәре, электр машиналары, электр иҫәпләүҙәр, механик иҫәпләүсе машиналарҙың һәм дөрөҫ деталдәр механикаһы, автоматика һәм телемеханикаһы лабораториялары эшләй башлай.

Уҡыу һәм лаборатория корпусы ТРТИ

үҙгәртергә
  • Корпус «А» ТРТИ — Чехов ур., 22. Төҙөлгән 1916 йылда (Алексеевск ҡатын-кыҙҙар гимназияһы), арх. А . М. Гинзбург.
  • Корпус «Б» ТРТИ — Чехов ур., 22 «Б».
  • «В» корпусы, " ТРТИ — Петров урамы, 81.
  • Корпус «Г» ТРТИ — Энгельс урамы, 1. Төҙөлгән 1952—1958 йылдарҙа, арх. П. В. Бондаренко[3](ГИПО[4]).
  • Корпус «Д» ТРТИ — Некрасов тыҡрығы, 44.
  • Корпус «Е» ТРТИ — Шевченко урамы, 2
  • Корпус «Д» ТРТИ — Чехов ур., 2
  • Корпус "А", 2011 й.
  • Корпус "Г", 2012 й.
  • Корпус "Д", 2012 й.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Таганрогский государственный радиотехнический университет. Энциклопедия. Том первый. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2002. — С. 22.
  2. Постановление Совета Министров Белорусской ССР от 27 февраля 1964 г. № 78 2016 йыл 12 октябрь архивланған.
  3. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 121.
  4. Таганрогский государственный радиотехнический университет. Энциклопедия. Том первый. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2002. — С. 31.