Таганрог архитектураһы
Таганрог архитектураһы өс быуат дауамында барлыҡҡа килгән һәм бик үҙенсәлекле. Ҡала бигерәк тә революцияға тиклемге архитектура ҡомартҡыларына бай. Бында төрлө стилдәге биналар бик күп. Улар ҡаланың йөҙөн матурлап торалар. 1860 йылда Антон Павлович Чехов тыуған Евгений Иванович Шаронов йорто (1912) (архитекторы — Шехтель Ф.О.) федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектына индерелгән.
Тарих
үҙгәртергәXVII быуатта Түбәнге Донда һәм Приазовьела урыҫ ҡәлғәләрен һәм һаҡланыу нығытмалар төҙөү Бөйөк Петрҙың 1695—1696 йылдарҙағы Азов походтарынан алып башланған. Ул ваҡытта бында Ғосман империяһының Азов һәм Лютик ҡәлғәләре булған. 1696 йылда Петр I Азов ҡәлғәһен алып, Азов диңгеҙенә юл асҡан. Шунан һуңғы йылдарҙа урыҫтар Таганрог ҡултығын һәм Дон йылғаһы дельтаһын үҙләштергәндәр.
1696 йылда Петр I бойороғо буйынса Таганий Рог морононда(хәҙерге ҡала урынында) гавань һәм Троицкий ҡәлғәһе төҙөлә башлаған. Троицкий ҡәлғәһе 1698—1711 йылдарҙа урыҫ ҡала төҙөлөш эшендә беренсе тапҡыр алдан эшләнгән план буйынса төҙөлгән. Өҫтәмә рәүештә Миус йылғаһы тамағында Павловский ҡәлғәһе һәм Азов молы янында Ташбаҡа (Черепаха) ҡәлғәһе лә төҙөлгән. Төҙөлөщ эштәренә сит ил оҫталары Боргсдорф,Руэль, Симонт, Трузин һ.б. йәлеп ителгән.
1710 - 1712 йылдарҙағы уңышһыҙ тамамланған Пруссия походынан һуң ҡала емерелгән һәм Төркиә ҡулына күскән. Ерҙәге нығытмалар, булған ҡоролмалар емерелеп юҡҡа сыҡҡан.
Таганрог территорияһын үҙләштереү сама менән 50 йылдан һуң башланған. Был ваҡытта Азов һәм Троицкий ҡәлғәләрен аяҡҡа баҫтырғандар, хәрби объекттар төҙөгәндәр. 1783 йылға тиклем Таганрог илдең көньяғында хәрби-диңгеҙ көстәренең төп базаһы булып торған.
XVIII быуат башында Таганрог Рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур ҡалаһы булып торған. 1702-1709 йылдарҙа ҡала архитектор О.Д. Старцев етәкселегендә төҙөлгән. 1709 йылда ҡалала Троица сиркәүе, ратуша, Петр I һарайы, воевода йорто, 206 таш һәм 162 ағас өй ҡала администрацияһы, сиркәү хеҙмәткәрҙәре, сауҙагәрҙәр, хәрбиҙәр, моряктар өсөн, шулай уҡ таш складтар төҙөлгән. Ҡала төҙөлөшөнә тура урамдар, йорттарҙың бер типта төҙөлөүе хас булған, бульварҙар урынлаштырылған, гаванға төшөү юлына таш түшәгәндәр. 1711 йылда ҡала халҡы һаны 8 мең кешегә еткән.
Таганрог үҙәгендәге йорттар 1808-1824 йылдарҙа архитекторҙар планы буйынса төҙөлгән. Үҙәктән ҡала ситенә урамдар ҡояш нуры кеүек уртанан таралған. 1806 йылда ҡала урамдарына таш түшәй башлағандар. Шул йылдарҙа төҙөлгән биналар хәҙерге ваҡытта архитектура ҡомартҡылары булып торалар. Уларға ампир стилендә архитектор А. И. Шракеншнейдер төҙөгән Алфераки һарайы инә (хәҙерге ваҡытта был һигеҙ колонналы бинала педагогия институтының сит ил телдәре факультеты урынлашҡан), архитектор Кампиниони төҙөгән ҡунаҡ йорттары инә. Хәҙерге ваҡытта Таганрог урамдарын архитектор А. Рускойҙың Волков-Реми йорто, Александр һарайы , Октябрь урамындағы классик гимназия йорттары биҙәп тора
.1823 йылда диңгеҙ ҡултығына төшә торған урында таш баҫҡыс эшләнгән. Уңың үҙенсәлеге- диңгеҙ ҡултығына төшә барған һайын киңәйеү. Ошо баҫҡыс идеяһы Одессалағы Потемкин баҫҡысын эшләүҙә лә ҡулланылған Хәҙерге ваҡытта ҡалала күп архитектура һәйкәлдәре юҡҡа сыҡҡан. Уларға түбәндәгеләр инә : маяҡ йорто, өлөшләтә төҙөкләндерелгән шлагбаум, Иерусалим сиркәүенә ҡараған Александр-Невский исемендәге Иерусалим грек ирҙәр монастыры (Таганрог), Иоанн Предтеча сиркәүе, Константин һәм Елена сиркәүе, Изге Архангел Михаил сиркәүе, Петр һәм Павел сиркәүе, Троица сиркәүе, Изге Изге Митрофаний сиркәүе, Палестин йәмғиәте сиркәүе (Таганрог), Грек сиркәүе, Католик ирҙәр монастыры һәм башҡалар
-
Таганрог Грек сиркәүе
-
Таганрог маяғы
-
Митрофаний сиркәүе
-
Иерусалимға буйһонған Александр Невский грек ирҙәр монастыры
-
Шлагбаум
-
Таганрог баҫҡыстары