Таганрог Павел сиркәүе (Матвей Ҡурғаны)

2015

Православие ғибәҙәтханаһы
Таганрог Павел сиркәүе
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 
Төҙөлөшө 20032015 йылдар
Бөгөнгө хәле эшләүсе

Таганрог Павел сиркәүе — Ростов өлкәһе Матвей Ҡурғаны районы Матвей Ҡурған ауылындағы сиркәү. Урыҫ Православие сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһы Матвей Ҡурғаны мәнфәғәтенә ҡараусы сиркәү.

Адресы: Рәсәй, 346970, Ростов өлкәһе, Матвей Ҡурғаны районы , Матвей Ҡурғаны ҡасабаһы, Баҡса урамы, 2-се йорт, В ҡоролмаһы.

1999 йылда Матвей Ҡурғаны ауылы кешеләре Ростов архиепискобы Пантелеимонға (Долганов) мәхәллә ойоштороу тураһында йыйылыш үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Фатиха алынғас, шул уҡ йылда Матвей Ҡурғаны округы протоиерейы Николай Чернявский ауылда мәхәллә ойоштороу тураһында йыйылыш үткәргән.

Мәхәлләнең ҡурсалаусыһы итеп Урыҫ Православие Сиркәүенең Таганрог данлыҡлы дәрүише Павел тәғәйенләнгән. Ул ваҡытта ғибәҙәт ҡылыуҙар, башҡа буш йорт булмағанлыҡтан, элекке йәйге кинотеатр бинаһында үткәрелгән. Кинотеатрҙы табыныу йорто итеп йыһазлағандар.

2000 йылда архиепископ Пантелеимон Матвей Ҡурғаны ауылы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үтенесе буйынса сиркәүҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көньяҡ фронтта һәләк булған 800 мең яугир хөрмәтенә Миус-фронт тип атарға булған.

2003 йылда Матвей Ҡурғаны, Куйбышев, Неклинов райондар ветеран ойошмалары һәм Матвей Ҡурғаны аймағы казактары берләшеү йыйылышы үткәреп, иҫтәлекле сиркәү төҙөү мәсәьәләләре менән булышасаҡ инициатив төркөмдө ойошторғандар. Шул уҡ йылда сиркәүҙең проекты эшләнгән һәм сиркәү Дәүләт ведомствоһынан тыш экспертиза үткән. Йортто төҙөү 2003 йылда башланған.

Төҙөлөш эштәре ауыл халҡы, эшҡыуарҙар, күрше райондар, Дондағы Ростов өлкәһе ҡалалары һәм Таганрог ҡалаһы кешеләренең тырышлығы менән төҙөлгән. Сиркәү оҙаҡ төҙөлгән. Төҙөлөш барышында сиркәүгә газ индерелгән, ҡорамдың цоколь ҡаты төҙөлгән. 2011 йылда стеналары матурлап һүрәттәр менән биҙәлгән, һыу ағыҙыу системаһы эшләнгән. 2015 йылдың 1 майында йорт өҫтөнә көмбәҙ һәм тәреләр баҫтырғандар.

Ростовтың яңы митрополиты Меркурий (Иванов) сиркәү стенаһына һуғышта һәләк булғандарҙың исеме яҙылған таҡта таш ҡуйырға үҙ фатихаһын биргән. Сиркәү территорияһында һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең һөйәк ҡалдыҡтарын күмергә бәләкәй сиркәү-кәшәнә төҙөргә ҡушҡан, сөнки йыл һайын Ростов өлкәһендәге ялан һәм баҫыуҙарында эҙләүселәр отрядтары 300—500 яугирҙәрҙең һөйәктәрен ерҙән ҡаҙып сығаралар.

2016 йылдың 14 февралендә Ростов митрополиты Меркурий сиркәүҙе Таганрог дәрүише Павел хөрмәтенә изгеләндергән.

Хәҙерге ваҡытта сиркәүҙә йәкшәмбе мәктәбе ойошторолған, "Слово " мәхәллә гәзите сығарыла.

Дин әһелдәре

үҙгәртергә

Иерей Сергий Леонидович Митасов, иерей Николай Викторович Гуров.

Изге әйберҙәр

үҙгәртергә
Таганрог Павелдың һөйәктәренең өлөшө һәм иконаһы[1].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Главная святыня храма(недоступная ссылка)