Таганрогтың ер аҫты юлдары
Таганрогтың ер аҫты юлдары — легендаларға ярашлы, Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһы территорияһында ер аҫтында урынлашҡан юлдар һәм галереялар[1].
Иҫтәлекле урын | |
Таганрогтың ер аҫты юлдары
Подземные ходы Таганрога | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Тарихы
үҙгәртергәТаганрогтың ер аҫты туннелдәренең барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә күҙаллау йәшәй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, уларҙы төрөктәр ҡаҙыуы ихтимал булһа, икенселәр белдереүсенсә, юл төҙөүселәр — боронғо римлеләр. Ер аҫты юлдарын Петр I йәки Екатерина II хакимлыҡ иткән осороҙа эшләгәндәр тигән версия ла бар. Әммә улар барыһы ла рәсми раҫлау тапмаған.
Яҙыусы Антон Павлович Чеховтың Таганрог ҡалаһының ер аҫты юлдары һәм улар тураһындағы легендалар менән ҡыҙыҡһына һәм быны раҫлаусы дәлилдар бар.
Бер легенда буйынса, Александр урамынан портҡа тиклем арауыҡта урынлашҡан әҙерге троллейбус идаралығы территорияһынан элек ер аҫты юлы булған. Ул он тоҡтарын ташыу өсөн тәғәйенләнә. Таганрогтың ҡайһы бер йорттарында тәрән подвалдар булы һәм улар ер аҫты юлы менән яр буйына барып сыға[2].
Таганрог территорияһында алып барылған тикшеренеүҙәр барышында ер аҫты юлдарының эҙҙәре табыла. Ҙур булмаған юл Грек урамы, 76 адресы буйынса урынлашҡан Алфераки йортоноң подвалынан хәҙер крайҙы өйрәнеү музейы торған Антон Глушко тыҡырығы, 13 адресына тиклем һуҙыла.
Әҙәби сығанаҡтарҙа диңгеҙ ярынан миллионер Вальяно йортона тиклем ер аҫты юлы булыуы тураһында мәғлүмәт бар. Хәҙер был урында Авиация техникумы бинаһы урынлашҡан (Чехов урамы һәм Тургенев тыҡырығы киҫелеше). ТРТИ-ҙың «Б» корпусын төҙөгәндә төҙөүселәр ер аҫты юлына юлыға, унда боронғо әйберҙәр табыла.
Күп тарихсылар Таганрогта ер аҫты туннелдәре булыуын таныу яғында. Петр ҡәлғәһен төҙөгәндә ер аҫтынан бихисап үткәүел эшләнә, улар бастиондан равелинға, шулай уҡ бастиондан ҡәлғәгә алып бара. Был ҡамауҙа ҡалған осраҡта кешеләрҙең ошо юлдар буйылап йөрөү мөмкинлеген күҙаллап эшләнә. Ер аҫты юлдары һаҡланырға тейеш була, сөнки ҡәлғә емерелгәндә, уның өҫкө өлөшө генә зыян күрә. Бастиондар аҫтында казематтар урынлаша. Крайҙы өйрәнеү музейының 1926 йылдағы отчеттарының береһендә, Петр ҡәлғәһенең емерелгән урында инеү урынының өҫкө өлөшө табыла, ул таштан һәм эзбиздн эшләнгән була, тип теркәлә. Көньяҡ федераль университет бинаһы эргәһендә лә шундай уҡ юлдар табыла. 1927 йылда Таганрогтың торлаҡ йорт ихаталарының береһендә эзбиз алыу өсөн соҡор ҡаҙалар — уның төбө емерелә һәм 5 метр тәрәнлектә ер аҫты юлы булыуы асыҡлана. Уның оҙонлоғо 20 метрға етә. Элекке ҡәлғә урынында университет корпустары тора. 5-се ятаҡ төҙөлгәндә, Гарибальди тыҡырығы буйынса боронғо дары мөгәрәбе һәм яртылаш күмелгән ер аҫты юлы табыла.
1932 йылдың 5 майында ҡала властары археологтар ҡатнашлығында комиссия төҙөп, ошо ҡоролмаларҙы эҙләү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. Әммә эш һөҙөмтәләре киләһе быуындарға барып етмәй. 1940 йылдарҙа Алферакиҙың элекке тирмәне ҡаршыһында (әле бында автомобиль юлдары сиселеше), Комсомольск түбәләҫенең уң битләүе аҫтында, Гарибальди һәм Беренсе Крепостной тыҡырыҡтары араһында ҡасандыр кирбестән эшләнгән көмбәҙле инеү урыны була. Тағы ла шундай конструкция булыуы 1950 йылда асыҡлана — ул элекке Карантин районында, диңгеҙ яры буйынла табыла.
1980 йылдарҙа күп ҡатлы йорттарҙың фундаменты ултырыуы осраҡтары күҙәтелә. Белгестәр ер аҫты карталарында билдәләр эҙләй башлай, әммә ер аҫты юлдары булыуы тураһында дәлилдәр тапмай.