Таватуй (күл)
Таватуй — Свердловск өлкәһенең Невьян районындағы күл. Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә, Екатеринбургтан төньяҡ-көнбайышҡа 50 километрҙа урынлашҡан. Екатеринбургтың тирә-янындағы иң матур күлдәрҙең береһе һәм халыҡ яратҡан ял итеү урыны. Ҡасаба Күл буйында Калиново, Таватуй һәм Приозёрный ҡасабалары, шулай уҡ балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары һәм ял итеү базалары урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 263,5 метр.
Озеро | |
Таватуй | |
---|---|
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 263,5 м |
Үлсәме | 10 × 3,5 км |
Майҙаны | 21,2 км² |
Иң тәрән урыны | 9 м |
Уртаса тәрәнләк | 5 м |
Гидрология | |
Үтә күренеүсәнлеге | 4—5 м |
Впадающая река | Большая Шаманиха |
Урынлашыуы | |
57°08′00″ с. ш. 60°10′59″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Свердловск өлкәһе |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Невьянский районы |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010501611111200010792 | |
Регистрационный номер в ГКГН: 0091668 | |
Таватуй Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәКүл атамаһы коми-пермяктарҙың та ва туй — «шул һыу юлы» һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпләнә. Тағы бер топонимик легенда бар, уға ярашлы коми-пермяк оҙатып йөрөүсеһе урыҫтарға һыу юлынан барырға кәрәклеген күрһәткән. Крайҙы өйрәнеүсе В. А. Ложкин, күл бар яғынан да тауҙар менән уратып алынғанлыҡтан[1][2], атама башҡорт-татар телендәге тау туй — «тауҙар байрамы» тигәнде аңлата тип фаразлай[1].
Географияһы
үҙгәртергәКүл Нейва йылғаһы бассейнына ҡарай һәм Үрге Нейва быуаһы менән берҙәм система барлыҡҡа килтерә. Быуаға аҡмаһы күлдең төньяғында урынлашҡан. Һыу өҫтө майҙаны 21,2 км², уртаса тәрәнлеге 5 м тәшкил итә, иң тәрән урыны — 9 м тәшкил итә[3]. Һыу массаһының күләме 119 млн м³ тәшкил итә. Күл диңгеҙ кимәленән 259 метр бейеклектә урынлашҡан[4], төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 10 км, киңлеге 3-3,5 км тәшкил итә. Күлдең соҡоро Үрге Исәт гранит массивының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан һәм ер ҡабығының вертикаль йәш ҡуҙғалмалылығына бәйле тектоник сығышлы[5].
Күл соҡоро боҙлоҡтан һуңғы осорҙа һыу менән тулған һәм уның йәше 10 мең йылдан ашмай[4]. Күлдең ярҙары ныҡ киҫкеләнмәгән. Яр буйлап гранит киҫәктәренең сығынтылары бик күп. Көнсығыш яры көнбайыш ярына ҡарағанда бейегерәк. Күлдә бер нисә утрау бар. Улар араһында таулы (Макарёнок, Голубев), шулай уҡ уйһыу (Сплывень) тауҙар ҙа осрай[3].
Күлдәге һыу үтә күренмәле, асыҡлығы яҡынса 4-5 метр тәшкил итә. Һыуы ныҡ һалҡын һәм кислород менән туйындырылған. Ноябрҙән алып майға тиклем күл өҫтөндә боҙ япмаһы ята. Күлдең төп туҡланыу сығанағы булып атмосфера яуым-төшөмдәре тора[6].
Күлдең үҙенсәлеге — яр буйҙарында һыу температураһы үҙәк өлөшөнә ҡарағанда һәр саҡ түбәнерәк. Был күлгә һыуыҡ сығанаҡтарҙан һәм инештәрҙән башланған 30-лаған йылға һәм шишмә ҡойоу менән бәйле. Уларҙың иң эреләре — Оло Шаманиха һәм Оло Витилка. Көньяҡ-көнбайыш яры янында күлде үҫемлек баҫа башлаған. Шаманиха ҡултығы иң һай урыны[7].
Нейва йылғаһында быуа төҙөй башлағанға тиклем (XVIII быуаттың уртаһы), ике Таватуй күле — Оло Таватуй һәм Бәләкәй Таватуй билдәле була.
Ихтиофаунаһы
үҙгәртергәЙылғаға хас балыҡтарҙың: сабаҡ, алабуға, этеш йәки шырт балыҡ (ёрш), суртан, ҡомтөрткө (щиповка) кеүек абориген төрҙәре тереклек итә. Һуңыраҡ ҡарабалыҡ, шамбы һәм ҡорман балыҡ ебәрелгән. Климатҡа яраҡлаштырыу буйынса эксперименттар үткәрелә: 1925 йылда чуд алабалығы (сиг), 1932 йылда ладога рипусы климатҡа яраҡлаштырыла. 1952 йылдан алып Таватуй балыҡ үрсетеү заводы эшләй, унда төрлө йылдарҙа муксун балығы, пелядь, сиг һәм рипус гибриды һыуға төшөрөлөп үрсетелә.
Тәбиғәтте һаҡлау
үҙгәртергәКүл — федераль әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Эргә-тирәләге урмандар менән бергә һәйкәлдең дөйөм майҙаны 3900 гектар тәшкил итә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
- ↑ 2,0 2,1 Архипова, 1984, с. 43
- ↑ 3,0 3,1 Архипова, 1984
- ↑ 4,0 4,1 Головко В. К. Озёра нашего края. — Свердловск: Свердловское книжное издательство, 1963. — С. 44.
- ↑ Архипова Н. П. Природные достопримечательности Екатеринбурга и его окрестностей. — Екатеринбург: Аква-пресс, 2001. — С. 131.
- ↑ Архипова, 1984, с. 44
- ↑ Архипова, 1984, с. 44—45
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Архипова Н. П. Заповедные места Свердловской области (урыҫ) — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1984. — 160 с. — 30000 экз.
- Архипова Н. П. «Окрестности Свердловска», 1981 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Таватуй в энциклопедии Свердловской области . www.moi-ural.ru. Дата обращения: 22 июнь 2019. Архивировано из оригинала 13 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 13 сентябрь архивланған.