Сөмбөрлөташ (майҙан)
Сөмбөрлөташ майҙаны (рус. Чемберлиташ, төр. Çemberlitaş Meydanı) — Истанбулдың иҫке өлөшөндәге майҙан. Фәтих районы Сөмбөрлөташ биҫтәһе. Был майҙанда Константин колоннаһы (Сөмбөрлөташ), Нуруғосмания мәсете, Гранд-Баҙарҙың үҙәк ҡапҡалары урынлашҡан.
Константин колоннаһы (Сөмбөрлөташ)
үҙгәртергәСөмбөрлөташ майҙаны боронғо император Константин форумы урынын биләй, уның бөтә ҡоролмаларынан 330-сы йылдар тирәһе төҙөлгән Константин колоннаһы ғына өлөшләтә һаҡланып ҡалған[1]. Башта колоннаның бейеклеге 35 метр була һәм император һыны өсөн постамент булып хеҙмәт иткән, ләкин 1106 йылдағы дауыл ваҡытында статуя емерелә.
Колоннаның хәҙерге атамаһы — Сөмбөрлөташ, ул «уратып алынған колонна» йәки «яндырылған колонна» тигәнде аңлата. Был атамалар колоннаны тарттырыусы тимер ҡулсалар һәм ул зыян күргән даими янғындар менән бәйле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Колонна Константина (Обожженная колонна), Константинополь, Турция . World Digital Library (1890-1900). Дата обращения: 18 октябрь 2013.