Оло баҙар, шулай уҡ Гранд баҙар, Япмалы баҙар, Ҡапалы чаршы төр. Kapalıçarşı) — донъялағы иң ҙур япмалы баҙарҙарҙың береһе. Истанбулдың иҫке өлөшөндә урынлашҡан һәм 30 700 м² майҙанды биләй. Баҙарҙың 66 урамында 4000-дән ашыу магазин урынлашҡан. Баҙарҙа көн һайын ярты миллиондан ашыу кеше, шул иҫәптән туристар була.
Тауар ассортименты ифрат ҙур — зәргәр әйберҙәр һәм биҙәүестәр, антиквариат, күн-тире, текстиль, келәм-балаҫтар, туристик сувенирҙар, керамика һәм ағас әйберҙәр һ.б. Оло баҙарҙың эсендә ресторандар, ҡоҙоҡтар, фонтандар, мәсеттәр, торлаҡ биналар, хатта зыярат бар. Ғосман осоронда был баҙарҙа сауҙа менән генә түгел, иҡтисади һәм финанс операциялары менән дә шөғөлләнгәндәр, бында банктар эшләгән, биржа булған. XIX быуат уртаһына тиклем Ҡапалы чаршы ҡолдар менән һатыу итеү урыны булған.
Баҙар Мәхмәт II солтан ваҡытында, 1453 йылда Констинтинополде алғас та, Византия баш ҡалаһының элекке баҙарҙары нигеҙендә төҙөлә башлаған. Солтан бойороғо буйынса ике бидистан (башы ябылған баҙар) һалынған, уларҙы әйләндереп баҙар үҫеп киткән. Артабан Ҡапалы чаршы ҡабат-ҡабат төҙөлә, киңәйә. 1894 йылғы ер тетрәүҙән һуң ныҡлы реконструкция үтә.
Комплекстың уртаһында урынлашҡан иҫке (төр. Sahaflarbedesteni) һәм сандал (төр. Sandalbedesteni) бидистандары иң боронғо өлөштәре һанала. Уларҙың башы көмбәҙле итеп эшләнгән.
Ҡапалы чаршының бөтә ҡапҡаларының һаны — 18, улар араһында Чемберлиташ майҙаны эргәһендәге «Нурғосманийә» тигән үҙәк ҡапҡа айырылып тора, уның башына «Үҙен сауҙаға бағышлағанды Алла ярлыҡай» тигән һүҙҙәр яҙылған. Шулай уҡ Баязит майҙаны эргәһендәге «Баязит» ҡапҡаһы ла әһәмиәтле.
Баҙар эсендәге урамдар иҫке атамаларын һаҡлаған — Ҡалпаҡсылар урамы (төр. Kalpakçılar Caddesi), Наргиләсе урамы (төр. Nargileci Caddesi), Самауыр урамы (төр. Semaver Sokak) һ.б.
2013 йылда Оло баҙарҙа 91 миллиондан ашыу турист була, шулай итеп, баҙар донъяның иң кешеле урындарының береһенә әүерелә.
Оло баҙар күренештәре |
| Оло баҙар эсе |
| Нурғосманийә ҡапҡаһы |
| Kalpakçılar Caddesi, алтын зәргәрселәре урамы, Оло баҙарҙың япмалы 61 урамының береһе |
| 17-се быуат кибете |
| Дүрт мәрмәр фонтандың береһе |
| Баҙар ябылғас |
| Магазинда эленеп торған фонарҙар |
| Фонарь магазинының ишек төбөндә баҫып торған малай |
| Баҙар фонтаны крандары |
| Ығы-зығы |
| Сәй |
| Баҙарҙа төрөк флагы |
|