Сөмбөлә

башҡорт һәм татар халыҡтарының уңыш йыйыу, көн менән төндөң көҙгө тигеҙләшеүе байрамы

Сөмбөлә (22-25 сентябрь) — башҡорт һәм татар халыҡтарының уңыш йыйыу, көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе байрамы[1].

Сөмбөлә
Дәүләт  Рәсәй
Урын Башҡортостан Республикаhы һәм Башҡорт халыҡ уйындары

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Сөмбөлә — башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа иген уңышын йыйыу, көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе байрамы (22-25 сентябрь). Төп баҫыу эштәре тамамланғандан һуң үткәрелгән.

Сөмбөлә — башҡорттар һәм татарҙар юлиан календары индерелгәнгә тиклем файҙаланған зодиак календарь айының исеме.

Байрамды Әбейҙәр сыуағының йылы, елһеҙ көндәрендә, һауала үрмәкселәр оса башлағанда, үткәргәндәр. Үрмәксе ауҙарын тотоп, бармаҡҡа урағандар ҙа, яҙмыштарын күрәҙәлек иткәндәр, буласаҡ хәләл ефеттәренең исемдәрен белергә тырышҡандар. «Киләсәкте күрәҙәлек итеүсе төштәр» күрерҙәренә ышанып, йоҡлар алдынан мендәр аҫтына үрмәксе ауын һалғандар.

Сөмбөлә алдынан ҡатын-ҡыҙҙар байрам табыны өсөн аҙыҡ-түлек йыйған, ҡоймаҡ, яңы уңыш игененән түңәрәк икмәк бешергән. Сөмбөлә байрамын үткәреү тәбиғәт көстәрен, ата-бабаларыбыҙҙың рухын шәфҡәтлеләндереүгә ярҙам итә, тип иҫәпләнгән.

Башаҡтарҙан көлтә яһағандар, уны яндырғандар һәм, яҡшы һауа торошо, мул уңыш, именлек һәм муллыҡ теләп, һәнәккә элеп урам буйлап йөрөткәндәр, махсус доға уҡығандар, халыҡ уйындары, бейеүҙәр һ. б. ойошторғандар.

Оло йәштәге ҡатындарға барып уларҙың фатихаһын алыу мотлаҡ булған. Байрам барышында иң һылыу (һары сәсле) ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп тәғәйенләгәндәр. Байрам батшабикәһенә һорауҙар биргәндәр. «Балтамы, беҙме?» тигәнгә Сөмбөлә «балта» тип яуаплаһа, һыуыҡ ҡыш буласаҡ тип, әгәр «Беҙ» тиһә, ҡыш йылы була тип күрәҙәлек иткәндәр.

Был ваҡытта тыуған ҡыҙҙарға Сөмбөл (Сөмбөлә) тигән исеме бирелгән[2].

2021 йылда Татарстан Республикаһында Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге составындағы «Урал» башҡорт автономияһы Түбәнге Кама ҡалаһында «Сөмбөлә» башҡорт фольклор-йола байрамын уҙғарҙы[3].

Уңыш байрамы - йыйылған уңышҡа, уңдырышлылыҡҡа һәм ғаилә именлегенә арналған байрам. Был ваҡытҡа ураҡ, игенде элеваторҙарға ташыу, етен йыйыу кеүек баҫыу эштәре тамамлана. Киләһе йылға ғаиләнең етеш тормошона нигеҙ һалынған. Был көндө, йыйып алынған уңыш өсөн, Аллаһы тәғәләгә рәхмәт әйтелгән. Ул именлек килтерә, игенселекте, ғаиләне һәм бигерәк тә әсәләрҙе һаҡлай[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998

Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Р. А. Султангареева. СУМБУЛЯ(недоступная ссылка)

РОО НАЦИОНАЛЬНО-КУЛЬТУРНАЯ АВТОНОМИЯ БАШКИР — КУРУЛТАЙ (КОНГРЕСС) БАШКИР РТ. Башкирский праздник «Сюмбюля» отметили в Нижнекамске

МКУ Централизованная библиотечная система г. Троицка

Сценарий башкирского праздника Сумбуля

«Праздник урожая Сюмбюля»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә