Сөгөрмәк (күл, Силәбе өлкәһе)

Силәбе өлкәһендәге күл

Сөгөрмәк - рус. Сугурмак - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл.

Сөгөрмәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Сыбаркүл районы
Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы картаһы

Географияһы

үҙгәртергә
 
Элекке Травников йорто урманындағы кедрҙар

Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында Высокий ҡасабаһынан 2,5 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығыш ярында Низкая ҡаласығы тора (275,1 м).

XIX быуаттың икенсе яртыһында Травников станица йорто планында күрһәтелгән [1].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Сөңкәһе аныҡ ҡына оҙонса түңәрәк рәүешендә [2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атаманың килеп сығышы буйынса бер нисә фараз йәшәп килә.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә "Сугурмак - от башкирского слова сугермак — «озерцо», «западина»", тип яҙа[3][4]

Силәбе тарихсыһы, төбәк белгесе Владимир Васильевич Пятков күп йылдар өлкәнең топонимикаһы буйынса мәғлүмәттәр йыйған [5] Ул үҙенең «Озера Южного Урала», «Топонимы Челябинска» тигән китаптарында Сөгөрмәк атамаһына аңлатма биргәндә башҡорт ғалимы Рәшит Шәкүргә лә һылтана:

Созвучный имени озера географический термин сугермак Шакуров перевёл как «высохшая котловина, естественная яма» (весною наполняется водою, а летом высыхает). В основе термина или названия может быть сакский вариант пуштунского слова сагар — «чаша». Персидское слово загар — «сырая,болотистая почва» не противоречит 1-й части значения термина. [6].</ref>

Рәшит Шәкүр иһә бында урыҫ әйтелешендә оҡшашҡа әйләнгән топоним - "Һыугермәк" тигәнгә аңлатма биргән булған.

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"ндә "Сөгөрмәк" һүҙенә бындай шәрехләмә бирелә: "Сөгөрмәк - һыуҙың өйөрөлөп ятҡан сөмөкәй урыны" [7]. Йәғни, Н.И. Шувалов төп мәғәнәгә күп ваҡыттағыса бик яҡын итеп тәржемә иткән.Ғәмәлдә был гидроним башҡорт төбәктәрендә саф башҡорт телендә барлыҡҡа килгән, уның тамырҙарын пуштун теленән эҙләү бары тик фараз ғына.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сугурмак
  2. Сугурмак
  3. Шувалов Н. И. Сугурмак // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  5. Владимир Васильевич Пятков
  6. Сугурмак
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит - 223-сө бит

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит - 223-сө бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә