Сәғитов Сәйфулла Төхвәтулла улы

сәсән, шағир

Сәғитов Сәйфулла Төхвәтулла улы (1893 йыл — 1957 йыл) — сәсән, мәғрифәтсе, шағир-импровизатор.

Сәғитов Сәйфулла Төхвәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1893
Тыуған урыны Оло Үтәш, Еҙем-Ҡаран ауыл советы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 1957
Һөнәр төрө шағир, сәсән

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитов 1893 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙер Ғафури районы) Оло Үтәш аулында тыуған. Ата-әсәһе иртә вафат була. Етемлектең ыҙаларын күп күргән. Бәләкәйҙән үк әкиәт уйлап сығарырға әүәҫ булған, шиғырҙар ижад иткән.

19071910 йылдарҙа Һарт-Наурыз ауылы мәҙрәсәһендә белем ала. Артабан тыуған ауылында Халиҡов Мансур Хатип улы мәҙрәсәһендә шәкерттәргә белем биргән.

1914 йылда ҡаты ауырып китеп, һуҡырая. Был ваҡытта уға бары 21 йәш була. Әммә Сәйфулла төшөнкөлөккә бирелмәй, ижад эше менән мәшғүл була[1].

1957 йылда вафат була, Оло Үтәштә ерләнә.

Әҫәрҙәрен яҡын-тирәләге ауыл халҡына яттан һөйләр булған. Ул ырыуҙаштары күңеленә Аҡмулла кеүек аң-ғилем, мәғрифәт орлоҡтарын сәсеп йөрөгән. Үҙе иҫән сағында уҡ халыҡ шағиры, тарихсы, мәғрифәтсе булып танылған.[1].

Ғалим-фольклорсылар тарафынан сәсәндең 43 әҫәре: 24 шиғыр, 3 йыр, 2 мәҫәл, 6 бәйет, 3 мөнәжәт, ике шиғри әкиәт һәм 23 битлек бер прозаик әкиәт яҙып алына. Сәйфулла сәсән барлыҡ әҫәрҙәрен ғилми институт ҡарамағына тапшырырға ризалыҡ бирә[1].

Уның бер нисә әкиәте «Башҡорт халыҡ ижады»на индерелгән.

  • «Өс аусы» әкиәте. Ике мулланы һемәйткән наҙан крәҫтиән тураһында. Тәкәбберлек һәм баҫалҡылыҡ хаҡында.
  • «Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк» мәҫәленең морале — тормошта ла, юлда ла үҙең ишеңде һайла.
  • «Совет баҡсаһы» шиғырында яңы тормоштоң элекке дәүер менән сағыштырғанда күпкә өҫтөн икәнен күрһәткән
  • «Колхоз» шиғырында комбайндар һәм тракторҙар менән тулған ауылдың яңы тормошона дан йырлай.

Сәйфулла Сәғитов әҫәрҙәре Рәсәй Фәндәр академияһының Ғилми архивында һаҡлана. Улар 1949 йылдың 29 сентябрендә яҙып алынған[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә