Сәхәбәләр мемориаль комплексы
Сәхәбәләр мемориаль комплексы — Башҡортостандың Миәкә районы Нарыҫтау ауылы янында Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡушыуы буйынса ебәрелгән сәхәбәләр ерләнгән тип фаразланған урында төҙөлгән мемориаль комплекс.
Комплекс өс өлөштән тора:
- Нарыҫтау түбәһендә сәхәбәләр ерләнелгән тип фаразланған урында аҡ тимерҙән эшләнгән селтәрле тирмәләр
- Тауҙың аҫҡы яғында сәхәбәләр иҫтәлегенә төҙөлгән мәсет
- түбәндәрәк һыуыҡта ла туңмай торған Изге Ғәли шишмәһе аға.
Билдәле төрөк дин белгесе Осман Нури Топбаш һәм Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәте башлығы шәйех Мәхәммәт Нәзим әл-Хаккани Башҡортостанға Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡушыуы буйынса ебәрелгән өс сәхәбәне атай. Уларҙың фаразы буйынса Нарыҫтау башында улар ерләнгән(сығанаҡ?).
2011 йылдың 13 июнендә Башҡортостан мосолмандарының башланғысы менән сәхәбәләр иҫтәлегенә стела ҡуйыла. Ошо ерҙә һуңғы төйәген тапҡан сәхәбәләр Зөбәйер бин Зәйет һәм уның улы Абдрахман бин Зөбәйер (сығанаҡ?) хөрмәтенә селтәрҙән сүкеп яһалған алтын ялатылған өс ярым айлы тирмә төҙөлгән. Мәккә тарафына ҡаратып ҡуйылған кара ташҡа «Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман. 630 пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с.) тарафынан ебәрелгән һәм Башҡортостанда Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләргә рәхмәтле мосолмандарҙан» тигән һүҙҙәр яҙылған.
Изгеләр ерләнгән тип фаразланған Нарыҫтау итәгендә аҡ мәсет төҙөлгән. Уның нигеҙ ташы 2012 йылдың май айында ғына һалынған һәм биш манаралы ап-аҡ иман йорто ни бары биш ай эсендә ҡалҡып сыҡҡан. Был мәсет Рәсәйҙә изгеләр һәм әүлиәләр ерләнгән урында төҙөлгән тәүге мәсет булып тора. «Төркиәлә, Сүриәлә һәм башҡа ғәрәп илдәрендә сәхәбәләр ерләнгән урындарҙа мәсеттәр бар. Ә бына Рәсәйҙә ошоғаса бындай изге эшкә тотоноусы булмаған», — тип билдәләй бинаны төҙөүгә күп көс һалған хажи Салауат Килдин[1].
Эргәләге тау башында «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи эпосында телгә алынған башҡорттарҙың билдәле батыр шәхестәре Иҙеүкәй менән Мораҙым ерләнгән урын да селтәрле тимер ҡойма менән урытып алынған[2].
Әүлиәләр шишмәһе лә кәртәләп алынған. Шифалы һыуҙан ауыҙ итеү һәм ҡойоноу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошо шишмә һыуы менән йыл әйләнәһенә сихәтләнергә мөмкин, сөнки ул туңмай. Составында көмөш булыу сәбәпле, иҫкермәй ҙә. Ял урыны ла булдырылған. Өлкәндәр һөйләүе буйынса, әүлиәләр шишмәһенә VII быуаттан башлап дин тотоусылар Кавказдан һәм Урта Азиянан килер булған. Борон ҡаҙаҡтар дөйәләрҙә һәм ишәктәрҙә килеп, тирмәләр ҡороп шишмә буйында дауаланып ятҡан.
Мемориаль комплексын төҙөкләндереү «Урал» хәйриә фонды ярҙамы менән башҡарыла.
Фән белгестәре фекере
үҙгәртергә- Тарих фәндәре докторы, дин белгесе Юнысова Айһылыу Билал ҡыҙы бында сәхәбәләр ерләнеүен кире ҡаға, һәм үҙенең "Мобилизованный архаизм" тигән ғилми хеҙмәтендә, ғалим тарихсылар был урында Иҙеүкәй батыр ҡәбере тип һанағанын яҙа. [3]:
Филология фәндәре докторы Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1989 йылғы фольклор йыйыу экспедицияһында Нарыҫтау менән бәйле легендаларҙы яҙып алған, әммә улар араһында сәхәбәләр тураһында бер ни ҙә юҡ. [4] [5]
Шулай уҡ был темаға башҡа авторҙарҙың да мәҡәләләре бар.
Түзбәков А.И. һәм Бахшиев И.И. "Археологические памятники как объекты сакрализации (на примере могильники Ильчигулов IV)" тигән мәҡәләлә былай тип яҙа: Ғәмәлдә Х1Х быуатта уҡ был ҡәберҙәр антрополог Н.М. Малиев тарафынан өйрәнелгән булған. Малиев был ҡәберҙәрҙе XIV быуат күсмә ҡәбиләләре менән бәйләй. Шулай уҡ ул ҡәберҙәрҙе уратҡан таш ҡойманың элекке ҡәберҙәрҙән алынған һәм Х1Х быуаттан да алдараҡ һалынмаған тигән фекергә килгән. Ә сәхәбәләр, билдәле булыуынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре, 7-се быуатта йәшәгәндәр.
1986 йылда Г.Н. Гарустович археологик разведка ваҡытында бер ҡәберҙең буш булыуы асыҡлана, ә икенсеһендә тәне ҡырҡылып яраланған яугир һөлдәһе табыла.
Был башҡорт халҡының "Иҙеүкәй менән Мораҙым" тигән легендаһында һүрәтләнгәндәргә ауаздаш тип табыла.
ХХ быуаттың 60-сы йылдарына тиклем бындағы шишмәгә һирәкләп килеүселәр була, әммә һуңғараҡ шишмәне һөт һыуытыу өсөн ҡуллана башлайҙар.Сәхәбәләр ерләнгәне тураһында бер ниндәй һүҙҙәр ишетелмәй.
2010 йылда Башҡортостанға Төньяҡ Кипрҙан төрөк шәйехе Мөхәммәт Нәзим Әҙил әл-Ҡыбрыси әл-Хаҡҡани делегация менән килә. Осрашыу ваҡытында уға сәхәбәләр ерләнеүе ихтимал булған фотолар күрһәтәләр. Шәйех уларҙы ҡарағандан һуң Нарыҫтауҙы күрһәтә. Делегация ҡайтып киткәс ҡайһы бер республика баҫмаларында йәнәһе лә сәхәбәләр ҡәберҙәре табылыуы тураһында мәғлүмәттәр килеп сыға һәм 2011 йылда бында төҙөлөш эштәре башлана[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Минзәлә Ғабдрахманова. Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауҙа(недоступная ссылка) Башҡортостан. 06.11.2012
- ↑ Тарих һөйләй изге Нарыҫтау. 2019 йыл 23 март архивланған. Башҡортостан. 18.11.2016
- ↑ Юнусова А.Б. Мобилизованный архаизм // Известия УНЦ РАН. 2015., 108-109 биттәр [1]
- ↑ Нәҙершина Ф. А. Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Тулыландырылған баҫма. — Өфө: Китап, 2011, —360 бит.
- ↑ Башкирские исторические предания и легенды. Автор-составитель — доктор филологических наук Ф.А.Надршина. — Уфа: изд. “Китап” им. Зайнаб Биишевой, 2015. 526 стр.
- ↑ Тузбеков А.И., И.И. Бахшиев та "Археологические памятники как объекты сакрализации (на примере могильники Ильчигулов IV) // Известия Уфимского научного центра РАН. 2015. №4. 103-104"[2]