Сәйәхәтнамә (ғәр.) — сәйәхәт, юлъяҙмалар нигеҙендә сәйәхәтсенең күҙәтеүҙәре, кисерештәре, уйланыуҙары ятҡан әҙәби жанр, әҫәр.

Жанр үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Сәйәхәтнамә жанры тормош ихтыяждары, реаль ысынбарлыҡ менән тығыҙ бәйләнештә үҫә, үҙгәрә килгән. Боронғо һәм Урта быуаттар сәйәхәтнамәләре өсөн синкретизм хас. Уларҙа белем-мәғлүмәт биреү үҙәктә тора. Шуға күрә был осор сәйәхәтнамәләре йыш ҡына география, тарих, мәҙәниәт, этнография һәм ҡайһы бер башҡа фәндәр өсөн сығанаҡ булараҡ та хеҙмәт итә. Һуңғы дәүерҙәрҙә, хәҙерге ваҡытта иһә сәйәхәтнамәләрҙә эстетик башланғыс, публицистик яҡ көслө. Танып белеү, белем-мәғлүмәт биреү шуларға буйһондорола бара. Сәйәхәтнамә — сифатлау, хөкөм йөрөтөү, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләүҙе үҙ эсенә алған эпик жанр. Ҡағиҙә булараҡ, ул сәсмә (прозаик) формала яҙыла һәм хикәйәләү, һөйләү беренсе заттан алып барыла. Сәйәхәтнамәләр көндәлек, репортаж, хат, иҫтәлек һәм башҡа формаларҙа һәм стилдә яҙылырға мөмкин. Сәйхәтнамә авторҙары, башлыса, үҙҙәре күргән, кисергән нәмәләр хаҡында яҙғанлыҡтан, уларҙың әҫәрҙәрендә ысынбарлыҡ, объективлыҡ өҫтөнлөк итә; уйланма, субъективлыҡҡа сағыштырмаса аҙ урын бирелә.

Башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанры

үҙгәртергә

Урал-Волга буйы төрки телендәге тәүге сәйәхәтнамә изге урындарға хаж ҡылыуҙы һүрәтләй. Мортаза-Ғәли ибне Ҡотлоғоштоң 1703 йылда Ғәрәбстанға, Мөхәммәт-Әмин Ғүмәр улының 1783 йылғы сәйәхәттәре тураһындағы хажнамәләре иң тәүге сәйәхәтнамәләр тип иҫәпләнә. Рәсәй һәм Урта Азия илдәре араһында сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы, сәйәхәтнамә жанрының үҫешенә яңы этәргес бирә. Исмәғил Бикмөхәмәттең әҫәре 1751—1783 йылдарҙа сауҙа юлдарын асыр өсөн Һиндостанға сәйәхәтен һүрәтләүгә арналған. XIX быуат башында башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанры Әбелмәних Ҡарғалы, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ғәли Соҡорой ижадында сағылыш таба. XX быуаттың икенсе яртыһында — XXI быуат башында сәйәхәтнамә жанрына М. Хәй «Уралға сәйәхәт», Мостай Кәрим «Вьетнам алыҫ түгел» (1956), Ғәли Ибраһимов «Дуҫтар ерендә» (1958), Назар Нәжми «Һиндостан сәхифәләре» (1960), Ибраһим Абдуллин «Дуҫлыҡтан да көслө нәмә юҡ» китаптарында мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ижадында сәйәхәтнамә жанры айырыуса ныҡлы үҫеш алды. Уның 2002 йылда донъя күргән «Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән» тигән китабына төрлө йылдарҙа төрлө ҡитғаларға һәм илдәргә сәфәрҙәренән тыуған сәйәхәтнамәләре тупланған. Һуңғы осорҙа башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанрының бер төрө иҫәпләнгән хажнамәләр яҙыу традицияһы яңыра. Мәҫәлән, Гүзәл Ситдиҡованың «Йәннәт баҡсаһы» сәйәхәтнамәһе шундай әҫәрҙәрҙән. Кирәй Мәргәндең «Күңел дәфтәре», Рәшит Шәкүрҙең «Сыңрау торналар иле» (1996), «Быуаттар аманаты» (2002) китаптарына ингән сәйәхәтнамәләре шулай уҡ был жанрҙы идея-тематик яҡтан байытты.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 245-се бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 169-сы бит.
  • Байбулатова Г. И. XVIII—XX быуат башы башҡорт сәйәхәтнамәләренең идеяхудожество һәм стиль үҙенсәлектәре. Өфө, 2018.
  • Сафина Л.Ғ. Башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанрының формалашыуы һәм үҫеше мәсьәләләре. Кандидатлыҡ диссертацияһы.