Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы
Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы (рус. Саитгареев Арслангарей Саитгареевич) 1902 йыл - ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант[1].
Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Дәүләкән районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы 1902 йылда Башҡортостандың Дәүләкән районында тыуа. Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Көньяҡ-көнбайыш фронтта 112-се кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы составында һуғыша. Полктың хәрби аҙыҡ-түлек взводының командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[2].
1942 йылдың 23-24 ноябрендә Сәйетгәрәев тапҡырлыҡ күрһәтеп һәм инициативалы эш итеп хәрби кәрәк -яраҡтар менән тәьмин итә, трофей арбаларҙы һәм сафтан сыҡҡан эйәһеҙ аттарҙы киң ҡуллана. Хәрби кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙә бер ниндәй ҙә өҙөклөккә юл ҡуймай. Был хеҙмәте өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- САИТГАРЕЕВ АРСЛАНГАРЕЙ САИТГАРЕЕВИЧ(недоступная ссылка)
- Шаймуратовцы. САИТГАРЕЕВ Арслангарей Саитгареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Саитгареев Арслангарей Саитгареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)