Сәбихә Гёкче́н (төр. Sabiha Gökçen); 22 март 1913(19130322), Бурса22 март 2001, Анкара — 23 йәшендә Төркиәлә тәүге ҡатын-ҡыҙ осоусы һәм хәрби лётчик-истребитель була[3][4][5]. Ататөрктөң ҡыҙлыҡҡа алынған һигеҙ ҡыҙҙарының береһе.

Сәбихә Гёкчен
төр. Sabiha Gökçen
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Төркиә
Черногория
Тыуған көнө 22 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Бурса, Хюдавендигар[d], Ғосман империяһы[1]
Вафат булған көнө 22 март 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2] (88 йәш)
Вафат булған урыны Анкара, Төркиә[1]
Ерләнгән урыны Military Cemetery of Cebeci[d]
Атаһы Мостафа Кәмал Ататөрк
Һөнәр төрө лётчик, хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Üsküdar American Academy[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Сәбихә Гёкчен Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Төрөк сығанаҡтары буйынса һәм Сәбихәнең интервьюһына ярашлы, ул босний милләтенән Мостафа Иззәт бей һәм Хәйриә ханымдың ҡыҙы булған[6]. Журналист Грант Динк «Сәбихә ҡатындың сере» (Sabiha Hatun’un Sırrı) тигән мәҡәлә яҙа, унда Газиантепта йәшәүсе Рипсимэ Себилджян (Hripsime Sebilciyan) үҙен Гёкчендың туғаны тип атап, уның әрмән сығышлы булыуын күҙ уңында тотҡан[7][8][9][10]. Рәсми Төркиә сығанаҡтары һәм Ататөрктөң ҡыҙлыҡҡа алынған икенсе ҡыҙы Улькю Адатепе (2012 йылдың 1 авгусында аварила һәләк була), был версияны кире ҡаҡҡан[11][12][13].

1925 йылда Бурса ҡалаһына Ататөрк килгәндә Сәбихәгә 12 йәш була. Уның биографияһы менән танышып һәм уның ярлы һәм ауыр тормошон белеп, Ататөрк уны ҡыҙлыҡҡа алырға ҡарар итә һәм уның ағаһынан рөхсәт һорай. Сәбихә Анкарала президент һарайында Ататөрктөң башҡа ҡыҙҙары — Зөһрә, Афет һәм Руҡыя менән бергә йәшәй. Анкарала башланғыс мәктәпте һәм Истанбулда Өскөдар ҡыҙҙар лицейын тамамлай

1934 йылда фамилиялар тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң, Ататөрк уға Гёкчен (төр. Gök — күк) фамилияһын бирә. Әммә был ваҡытта Сәбихә күк йөҙө һәм самолёттар менән бер ниндәй уртаҡлығтары булмай.

Ататөрк авиацияға йыш иғтибар биргән, шулай уҡ Төркиәнең Аэронавигацион ассоциацияһы фондын күҙәткән. 1935 йылдың 5 майында Сәбихә президент Ататөрк менән бергә «Төрөк ҡоштары» (Türkkuşu) осоусылар мәктәбен асыуҙа ҡатнаша, бында сит илдән килгән планерҙар һәм парашютсылар авиашоу ойоштора. Һуңыраҡ президент Сәбихәнән осоусы булғың киләме тип һорай, ул ризалашып: «Эйе, мих хәҙер үк әҙер» — ти. Ататөрк осоусылар мәктәбе директоры Фуад Булджеға ҡыҙҙы уҡырға алырға ҡуша һәм тиҙҙән Сәихә пилот лицензияһын ала. Тағы 7 студент менән бергә СССР-ға курстарға бара. Сәбихә Мәскәүҙә булғанда ул Зөһрә вафат булғанын белеп ҡала һәм тиҙҙән Төркиәгә ҡайтып, уҡыуҙы туҡтатып тора.

1936 йыл башында Ататөрк уны Һауа көстәре академияһына уҡырға инергә өгөтләй. Тиҙҙән ул бында үҙенең һәләттәрен яҡшырта һәм Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге хәрби осоусыһы була. 1937 йылда илдең Фракия һәм Эгей төбәктәрендә хәрби осоу күнекмәләрендә ҡатнаша. Шул уҡ йылда Дерсим курдтары ихтилалына ҡаршы хәрби операцияла ҡатнаша. Шулай итеп Гекчен донъяла ҡатын-ҡыҙ осоусыларҙан тәүге булып турана-тура хәрби операцияла ҡатнаша.

1938 йылда Балҡан илдәре тирәләй биш көнлөк осош яһай. Һуңыраҡ Төркиә Аэронавигация ассоциацияһы ҡарамағындағы Türkkuşu осоусылар мәктәбендә баш тренер булып, бында 1955 йылға тиклем хеҙмәт итә һәм ассоциацияның башҡарма органы ағзаһы итеп һайлана. Сәбихә Гёкчен 1964 йылға тиклем бөтә донъяны 28 йыл эсендә урап үтә. 1981 йылда уның «Ататөрк юлы буйынса ғүмер» (Atatürk’le Bir Ömür) китабы баҫылып сыға.

Төркиә Һауа көстәрендәге карьераһы дауамында Гёкчен 22 төрлө типтағы самолётты 8000-ән ашыу сәғәт дауамында (шул иҫәптән 32 сәғәте хәрби осоштар) идара иткән[14].

  • Истанбул ҡалаһының Азия өлөшөндәге икенсе халыҡ-ара аэропорты Сәбихә Гёкчен хөрмәтенә аталған.
  • 1996 йылда АҠШ-тың Хәрби-һауа көстәре тарафынан нәшер ителгән «Тарихта иң билдәле 20 осоусы» плакатында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ осоусы була[14].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #119457695 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France Sabiha Gökçen // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Sabiha Gökçen (1913-2001) (ингл.). Hargrave Pioneers of Aviation - CTIE. Monash University (3 октябрь 2002). Дата обращения: 15 февраль 2019.
  4. Sabiha Gökçen's biography (ингл.). Air Command and Staff College (ACSC). 2012 йыл 16 август архивланған.
  5. First female combat pilot (ингл.). Guinness World Records (2019). Дата обращения: 15 февраль 2019.
  6. Koser, Mutlu. İşte soyağacı, Hürriyet (23 февраля 2004). 15 апреля 2009 тикшерелгән. 2015 йыл 2 апрель архивланған. (төр.)
  7. Dink, Hrant. Sabiha Hatun’un Sırrı, Agos (6 февраля 2004).
  8. Sabiha Gökçen or Hatun Sebilciyan?, Hürriyet (21 февраля 2004). 15 апреля 2009 тикшерелгән. 2016 йыл 3 март архивланған. (инг.)
  9. Kalkan, Ersin. Sabiha Gökçen mi Hatun Sebilciyan mı?, Hürriyet (21 февраля 2004). 15 апреля 2009 тикшерелгән. 2007 йыл 27 август архивланған. (төр.)
  10. Радио «свобода» 2009 йыл 10 август архивланған.
  11. Tekin, Hüseyin. Sabiha Gökçen tartışmasında kim ne yazdı, Hürriyet (28 февраля 2004). 15 апреля 2009 тикшерелгән. 2016 йыл 3 март архивланған. (төр.)
  12. Morgan, Tabitha. «Turkish heroine’s roots spark row» (инг.), BBC News, 29 февраля 2004.
  13. Bureau of Democracy, Human Rights, and Labor. 2004 Country Report on Human Rights Practices in Turkey. Country Reports on Human Rights Practices. US State Department (21 февраль 2005). — In February, the Hurriyet newspaper’s publication of a report that Sabiha Gokcen — an adopted daughter of Mustafa Kemal Ataturk, who was the country’s first female pilot — was of Armenian descent drew a number of racist public statements. The Turkish General Staff issued a statement criticizing the reports on Gokcen’s Armenian ancestry as «a claim that abuses national values and feelings» while the Turkish Air Association called the report «an insult» to Gokcen and to Ataturk. Дата обращения: 15 апрель 2009. Архивировано 17 март 2012 года. (инг.)
  14. 14,0 14,1 TRT documentary on Sabiha Gökçen. See 9m30s in for 1996 USAF poster claim. 2016 йыл 21 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә