Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы

Сыңғыҙхандың атлы статуяһы (монг. Чингис хааны морьт хөшөө) — Монголияла, Цонжин-Болдогта урынлашҡан Сыңғыҙхандың иң ҙур һәйкәлдәренең, донъялағы ҙур атлы статуяларҙың береһе[1].

Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы
Нигеҙләү датаһы 2008
Рәсем
Дәүләт  Монголия
Административ-территориаль берәмек Налайх[d]
Төп тема Сыңғыҙхан
Жанр конная статуя[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән тутыҡмай торған ҡорос[d]
Һүрәтләнгән объект Ат, верховая езда[d], Сыңғыҙхан һәм ир
Бейеклеге/буйы 40 метр һәм 10 метр
Карта
 Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Атлы статуяһы Улан-Баторҙың үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр алыҫлыҡта, Улан-Батор ҡалаһының Найлах административ районы составына ингән, Туве аймағынан, Туул йылғаһы ярынан алыҫ түгел, риүәйәттәр буйынса, Сыңғыҙ алтын ҡамсы тапҡан урында — Цонжин-Болдогта урынлашҡан. Скульптор Д. Эрдэнэбилэг статуя проектын архитектор Ж. Энхжаргал ҡатнашлығында эшләй. Монумент 2008 йылдың 8 сентябрендә рәсми асыла.

Статуяһының бейеклеге, ун метрлыҡ постаментты иҫәпкә алмағанда — 40 метр. Һын 250 тонна ауырлығындағы тутыҡмай торған ҡорос менән ҡапланған[1] һәм Сыңғыҙхандан алып Лигдэнханға тиклем Монгол империяһы хандарын символлаштырыусы 36 колонна менән уратылған. Ике ҡатлы постаментта сәнғәт галереяһы, хунну дәүере музейы, бильярд залы, ресторандар, сувенирҙар кибете һәм конференц-зал урынлашҡан[2]. Ат башында — күҙәтеү майҙансығы.

Тематик парк

үҙгәртергә

Статуяның тирә-яғын монголдарҙың малға һалынған ырыу келәймәһе формаһында урынлашҡан ике йөҙ туристик тирмә менән тултырыу күҙаллана. Улар XIII быуат монгол көнкүрешенә арналған, алты: хәрби, һөнәрселек, шаманлыҡ, китап, хан һәм малсылыҡ секцияларына бүленгән тематик паркты тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ гольф уйнау яланын йыһазландырыу, яһалма күл эшләү, асыҡ һауалағы театр төҙөү планлаштырыла[2]. Комплекс булдырыуға әле 28 миллиард [3] тотонолған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1
  2. 2,0 2,1