Сылғау

Аяҡҡа урай торған туҡыма киҫәге

Сылғау йәки силғау - аяҡ кейеме кейер алдынан аяҡҡа урай торған туҡыма киҫәге. Сылғау дәүмәле яҡынса 35 × 90 сантиметр[1]. Төрлө йылдарҙа сылғау етештереүселәр өсөн дәүләт нормалары булған һәм уларҙа дәүмәл күрһәтелгән. Мәҫәлән, 1978 - 35х90 см, 1983 - 50х75 см, 1990 - 35х75 см.

Сылғау
Рәсем
 Сылғау Викимилектә

Ул байканан, фланелдән һәм башҡа төр кизе-мамыҡ һәм йөн туҡымаларҙан етештерелгән.

Тарихынан үҙгәртергә

«Итек + сылғау» комплекты элек күп илдәрҙең армияларында файҙаланылған, әммә XX быуатта барыһы ла тиерлек «Хәрби ботинка + ойоҡбаш» комплектына күсә. Сылғауҙарҙан арыныу армияларҙа ошолай бара: ГДР-ҙа 1968 йылда, Финляндияла - 1990, Украинала - 2004 йылда. Рәсәй армияһында сылғау 2010-сы йылдарға тиклем ҡулланыла.Кирза итек ботинкаларға алмаштырыла (ә уны ойоҡбаш менән кейеү мөмкин булмай) һәм һалдаттар ойоҡбаш менән йөрөү мөмкинлеге ала[2].

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Башҡорт милли кейеме

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә