Сутин ҡунаҡханаһы (Минск)

Сутин ҡунаҡханаһы («Гарни» ҡунаҡханаһы) — Минск ҡалаһындағы XIX быуат тарихи бинаһы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (711Е000001 номерлы). Интернациональ урамы, 11-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Сутин ҡунаҡханаһы
бел. Гасцініца Суціна
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Архитектура стиле эклектика[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/minsk/inde…
Карта
 Сутин ҡунаҡханаһы Викимилектә

XIX быуатта хәҙерге ҡунаҡхана бинаһы территорияһында ағас бина була, 1881 йылда ҙур янғында янып юҡҡа сыға. Сауҙагәр Берко Нохимович Сутинға ҡараған хәҙерге бина 1887 йылда төҙөлгән[1]. 1910 йылда бинаның күп өлөшөн 43 номерлы Сутин ҡунаҡханаһы биләй. Бынан тыш, бинаның подвалында һәм беренсе ҡатында Бериловичтың рестораны, шулай уҡ уның банк контораһы була. Бынан тыш китап магазины эшләй. 1920 йылда национализацияланғандан һуң һәм Бөйөк Ватан һуғышына тиклем бина ҡунаҡхана итеп ҡулланылыуын дауам итә. Һуғыштан һуңғы осорҙа ремонт ваҡытында бина балкондарын юғалта. Совет осоронда бинала Минск музыка училищеһы урынлаша[2][1]. XX быуат аҙағында, бинала Белоруссия реставрация-проект институты була. XXI быуат башында бина реконструкциялана, һәм унда ҡабаттан «Гарни» ҡунаҡханаһы урынлаша[1].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Ҡунаҡхана бинаһы өс ҡатлы, кирбестән, эклектика стилендә төҙөлгән. Фасад композицияһы симметриялы, күҙгә ташланып тормаған биҙәкле. Беренсе ҡатта бинаның ике яғында үтә сығып йөрөй торған юл аркаһы бар. Ярым түңәрәк һәм йәйәгә оҡшаған формалағы тәҙрә уйымдары сиратлашып килә. Кәрниз сухариктар билбауы менән биҙәлгән. Йорттоң ҡыйығы ике яҡлы, һөҙәк[1][2]. .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Гатэль Суціна (белор.). Минская Спадчина. Дата обращения: 20 ғинуар 2019.
  2. 2,0 2,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 80. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.