Сурдопедагогика (лат. surdus «һаңғырау» + грек. paidagōgikē «тәрбиә сәнғәте») —ишетеү һәләте боҙолған балалар һәм өлкәндәрҙе уҡытыу һәм тәрбиә биреү менән шөғөлләнгән махсус педагогика бүлеге.

Сурдопедагогика


Сурдопедагогика тарихы үҙгәртергә

 
Падре де Леон үҙ тәрбиәләнеүселәре менән — скульптура

Тәүге ынтылыштар үҙгәртергә

Урта быуаттарҙағы сурдопедагогика миҫалы VII быуатҡа ҡарай — Беда Достопочтенный беренсе булып үҙенең замандашы Беверли епискобы Джондың һаңғырау баланы тәрбиәләргә ынтылышын тарихта теркәп ҡалдырған. 1550 йылда донъяла тәүге һаңғырауҙар өсөн мәктәбен Испанияның бенедиктин- монах Педро Понсе де Леон Мадрид янындағы Сан-Сальвадор монастырында ойоштора[1].

Системалы тәрбиәләү үҙгәртергә

 
Мәскәүҙә тәрбиә йорто

Үҫештә тайпылышы булған кешеләрҙең бер өлөшөн булһа ла уҡытыу мөмкинлеге булыуы аңлау И. И. Бецкийҙың башланғысы буйынса ойошторолған һәм дәүләт-филантропик балалар йортон булдырыу мөһим этап булып тора. Был хаҡта мәғлүмәттәр А. Г. Басова эшендә һаҡлана[2]

  В 1764 году Государственно-филантропическое воспитательное общество открыло в Москве большой Воспитательный дом, рассчитанный на 1000 детей. Среди воспитанников Воспитательных домов было значительное количество детей физически неполноценных, в том числе глухонемых.[2]  
 
Иван Иванович Бецкой

Тәрбиәүи йорттарҙа тәрбиә биреү һәм уҡытыу системаһы тураһында мәғлүмәттәр А. И. Дьячков хеҙмәттәрендә ошолай сағылдырылған:

  Система воспитания и трудового обучения глухонемых в условиях воспитательного дома значительно сложнее, и построение её проходило на основе определённых педагогических принципов.[3]  

Октябрь революцияһына тиклем ишетеү һәләте боҙолған кешеләргә дифференциаль белем биреү системаһын булдырыуға тәүшарттар тыуҙырылған. Совет осоронда был система булдырыла һәм совет сурдопедагогтарының фундаменталь эштәре арҡаһында үҫешә.

 
Санкт-Петербургтағы телһеҙ-һаңғырауҙар училищеһы бинаһы

XIX быуаттың беренсе яртыһында телһеҙ-һаңғырауҙарҙы уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙә үтә мөһим үҙгәрештәр була. 1806 йылда императрица Мария Федоровна Санкт-Петербург һаңғырау балалар өсөн махсус уҡыу йорто аса. Ксенз Винцент-Ансельм Зыгмунт училищеға етәкселек итә. Быға тиклем ул Венала һаңғырауҙар институты остазы булып хеҙмәт итә. Ул һаңғырау-телһеҙ балаларҙы уҡытыуҙың мимик ысулы нигеҙҙәрен индерә.

Рәсәйгә Жан Батист Жоффре — Париждағы һаңғырауҙар институтының башланғыс мәктәп мөдире эшкә саҡырыла. Был 1817 йылда Варшава училищеһы асыла, 1843 йылда Одессала һаңғырау-телһеҙ ҡыҙҙар өсөн училище асыла.

Һаңғырау-телһеҙ балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр : В. И. Флери (1835)(1835) һәм Г. А. Гурцева (1838) әҫәрҙәре донъя күрә.

А. Басованың билдәләүенсә, училищеларҙа уҡыу түләүле булыуына ҡарамаҫтан, Петербург училищеһында уҡыусылар һанының артыу тенденцияһы күҙәтелһә лә, меңдәрсә һаңғырау һәм телһеҙ балалар Уҡый-яҙа белеүҙән мәхрүм булып ҡала[2]. А. И. Дьячков эшендә, йәмғиәттең мәғариф өлкәһенә мөнәсәбәте һаңғырауҙарға белем биреүҙең торошон яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе, тип билдәләнә.

Ишетеү һәләте боҙолған балаларҙы тәрбиәләүҙең һәм уҡытыуҙың төп үҙәктәре булып Петербург һәм Мәскәү училищелары ҡалған. XIX быуаттың икенсе яртыһында уларҙа хеҙмәт әҙерлеге киңәйә, уҡыусылар артабан уларҙы үҙләштерергә тейеш булған төрлө шөғөлдәр менән таныша,. Училищеларҙа тәрбиәләнеүселәрҙе техник белемгә өйрәтеү бурысы ҡуйыла.

Мәғариф эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр 1898 йылда императрица Мария Федоровнаның һаңғырау-телһеҙҙәр тарафына попечителлек эшмәкәрлегенә бәйле. Был хәйриә ойошмаһы һаңғырау-телһеҙ заттарға һөнәр өйрәтеү, уҡытыу һәм уларҙы тәрбиәләү эшен етәкләүсе үҙәк органдың функцияларын үҙ өҫтөнә ала. Попечителлектең Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында бүлексәләре булған.

Ишетеү һәләте боҙолған балалар өсөн төбәк уҡытыу йорттары барлыҡҡа килә. Улар аҙ һанда һәм уларҙы финанслау ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ишетеү һәләте боҙолған балаларҙы тәрбиәләүҙә уңышлы миҫалдар була. Бындай йорттар араһында 1898 йылда һаңғырау-телһеҙ балалар өсөн ойошторолған Александровск училище-утары айырым урын биләй[4]

1917 йылдан һуң үҙгәртергә

Октябрь революцияһына тиклем ишетеү һәләте боҙолған кешеләргә дифференциаль белем биреү системаһын булдырыуға тәүшарттар тыуҙырылған. Совет осоронда был система булдырыла һәм совет сурдопедагогтарының фундаменталь эштәре арҡаһында үҫешә.

  • Боскис Р. М. Особенности речевого развития при нарушении слухового анализатора у детей.
  • Зыков С. А. Обучение глухих детей по принципу формирования речевого общения.
  • Рау Ф. Ф. .Обучение глухонемых произношению.
  • Бельтюков В. И. Роль слухового восприятия при обучении тугоухих и глухонемых произношению.
  • Германов М. М. Компенсация коммуникативных ограничений, вызванных нарушением сенсорных функций, с помощью технических средств.
  • Зикеев А. Г. Развитие речи в системе специального обучения слабослышащих учащихся языку.
  • Коровин К. Г. Практическая грамматика в системе специального обучения слабослышащих детей языку.
  • Тимохин В. П. Исследование рациональных путей и способов применения технических средств в процессе формирования устной речи у глухих и слабослышащих учащихся.
  • Никитина М. И. Психолого-педагогические основы совершенствования литературного образования слабослышащих учащихся.
  • Марциновская Е. Н. Дидактические основы обучения и воспитания глухих школьников средствами предметно-практической деятельности.
  • Кузьмичёва Е. П. Система развития речевого слуха у глухих.
  • Зайцева Г. Л. Жестовая речь в системе обучения и воспитания взрослых глухих учащихся.
  • Халатян В. Г. Разработка дактильного алфавита для специальных школ с обучением на армянском языке.

Төп йүнәлештәр үҙгәртергә

Сурдопедагогика һаңғырау һәм насар ишетеүсе, шул иҫәптән һуңғараҡ ишетмәҫ булған, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙы уҡытыу һәм уларға ярҙам итеү өсөн файҙаланыла.

Төп бурыстарҙың береһе — балаларҙа ишетеү һәләте аномалиялары шарттарында тулы телмәр тәрбиәләү һәм уларҙы махсус ишаралар теленә өйрәтеү.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Evans, Michelle ; Whittaker, Andrew. Sensory Awareness and Social Work. (инг.) — Southernhay East, Exeter: Learning Matters Ltd, 2010. — P.37 — 160 p. — ISBN 978-1-84445-291-0.
  2. 2,0 2,1 2,2 Басова А. Г. Очерки по истории сурдопедагогики в СССР. — М.: Московский государственный педагогический институт им. В. И. Ленина, 1965. — С. 261.
  3. Дьячков А. И. Воспитание и обучение глухонемых детей: историко-педагогическое исследование. — М.: Академия педагогических наук РСФСР, 1957. — С. 348.
  4. Малофеев Н. Н. Устроители школы для глухонемых детей обретают новое дыхание // Дефектология. — 2004. — № 2. — С. 54.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Боскис Р. М. Глухие и слабослышащие дети. — М.: АПН РСФСР, 1963. — С. 335. — ISBN 5-85009-891-7.
  • Трофимова Н. М., Дуванова С. П., Трофимова Н. Б. Основы специальной педагогики и психологии. — СПб.: Питер, 2006. — С. 304. — ISBN 5-469-00748-0.
  • Речицкая Е. Г. Сурдопедагогика // Учебник для ВУЗов. — М.: ВЛАДОС, 2004. — С. 304. — ISBN 5-691-01320-3.
  • Тимохин В. П. Сурдопедагогика. — М.: Просвещение, 1985. — С. 80.
  • Андреева Л. В. Сурдопедагогика. — М.: Academia, 2005. — С. 576. — ISBN 5-7695-0858-2.
  • Зыков С. А. Обучение глухих детей языку по принципу формирования речевого общения. — М.: АПН РСФСР, 1961. — С. 360.
  • Нейман Л. В. Слуховая функция у тугоухих и глухонемых детей. — М.: АПН РСФСР, 1961. — С. 239.
  • Рау Ф. Ф. Устная речь глухих. — М.: Педагогика, 1973. — С. 389.
  • Психология глухих детей / Под ред. И. М. Соловьева. — М.: Педагогика, 1971. — С. 448.
  • Головчиц Л. А. Дошкольная сурдопедагогика. — ВЛАДОС, 2001. — С. 304. — ISBN 5-691-00620-7.
  • Басова А.Г., Егоров С.Ф. История сурдопедагогики: Учеб. пособие для студентов дефектол. фак. пед. ин-тов.. — М.: Просвещение, 1984. — С. 295 с.
  • Ярмаченко Н. Д. Сознание в обучении глухих учащихся. Киев, 1963 г. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә