Ишетеү һәләтенең боҙолоуы

тауыштарҙы ҡабул итеү һәләтенең юғалыуы

Ишетеү һәләтенең боҙолоуы — тауыштарҙы ҡабул итеү һәм аңлау бөтөнләй (һаңғыраулыҡ) йәки өлөшләтә әҙәйеү (ҡолаҡҡа ҡылыҡ). Теләһә ниндәй тауышты ҡабул итә ала торған организмдың ишетеү һәләте боҙолоуы мөмкин . Тауыш тулҡындары йышлыҡ һәм амплитуда менән айырыла. Ҡайһы бер (йә иһә бөтә) йышлыҡта тауыштарҙы ҡабул итә алмау , йәки түбән амплитудалы тауыштарҙы айыра алмау ишетеү һәләте боҙолоу, тип атала.

Ишетеү һәләтенең боҙолоуы
МКБ-10

H9090.-H9191.

МКБ-9

389389

DiseasesDB

19942

MeSH

D034381

 Ишетеү һәләтенең боҙолоуы Викимилектә

Киң спектр биология һәм экология факторҙары тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Сәбәптәре булып эске ҡолаҡтың һәм ишетеү нервыһының ауырыуы, урта ҡолаҡтың елһенеүе, йә иһә ҡайһы бер йоғошло ауырыуҙар — менингит, грипп һәм башҡалар; ҡайһы ваҡыт — йәрәхәтләнеү, йә иһә оҙаҡ ваҡыт көслө тауыш һәм вибрацияларҙың тәьҫире аҫтында булыу.

Кешенең ишетеү һәләте әҙәйеүе, телмәрҙе ҡабул итә алмау, һаңғыраулыҡ тип атала, ә еңелерәк булған ишетеү һәләте боҙолоу, телмәрҙе ауыр ҡабул итеү — ҡолаҡҡа ҡатылыҡ (нейросенсор, кондуктив йәки ҡатнаш ҡолаҡҡа ҡатылыҡ). Бынан тыш, һаңғыраулыҡ тыумыштан булыуы йәки кеше ғүмер эсендә һаңғырауланыуы мөмкин.

Ишетеү һәләте боҙолоу: тауыш көсө, йышлыҡты ҡабул итеү, тауыштарҙы таныу

үҙгәртергә
 
Анатомия уха.
Наружное ухо:
1 височная кость
2 слуховой канал
3 ушная раковина
среднее ухо:
4 барабанная перепонка
6 молоточек
7 наковальня
8 стремечко
внутреннее ухо:
5 отверстие в черепе, закрытое тонким слоем ткани (перепонкой)
9 полукружные каналы
10 улитка
11 нервылар
12 евстахиева труба.Трубка, заполненная воздухом и соединяющаяся с глоткой. Её функция состоит в уравнивании давления по обе стороны от барабанной перепонки.

Индивид ҡабул итә алған минималь тауыш тауыш ишетеү сиге (ишетемлек сиге) тип атала. Уны аудиограммалар ҡулланып үлсәргә мөмкин. Иң тыныс тауыштан алып көслөрәк тауышҡа тиклем төрлө йышлыҡта тауыш яҙҙырыла, тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙың уларға реакцияһы күҙәтелә. Шулай уҡ электрофизиологик анализдар ҙа була, уларҙың һөҙөмтәһе тәжрибә объектының тәртибенә бәйле түгел.

Төрлө йышлыҡтарға ҡарата һиҙгерлектең нормаль сиге төрлө хайуандарҙа төрлөсә. Әгәр ҙә төрлө йышлыҡтағы тауыштар бер үк амплитуда менән яңғыраһа, береһе көслө, икенселәре тынысыраҡ булһа, ә ҡай береһе хатта ишетелммәҫ тә. Ғөмүмән, күләме йә амплитудаһы артҡан һайын тауыш нығыраҡ ишетелә. Ғәҙәттә хайуан аралашыу өсөн өндәр ҡуллана, улар өсөн ғәҙәтти йышлыҡтағы тауышты ишетеү органдары яҡшыраҡ ҡабул итә.

Был «көйләү» тыңлау системаһының күп кимәлдәрендә, ҡолаҡ төҙөлөшөнән алып нервыларға һәм өндәр эшкәртеү өсөн яуаплы баш мейеһе өлөштәренә тиклем бар.

Ғәҙәттә, индивид кешеләр ҡабул иткән тауыштарҙы ҡабул итеүе насарайһа, ишетеү һәләте боҙолоуҙан яфалана, тиҙәр. Кешелә «ишетеү һәләтенең боҙолоуы» термины, ҡағиҙә булараҡ, кеше телмәре йышлығында өндәрҙе айырыу һәләтен өлөшләтә йә бөтөнләй юғалтҡан кешеләрҙе аңлата. Ҡолаҡҡа ҡатылыҡ тыңлаусы айыра башлаһын өсөн тауыш нормаль кимәл менән сағыштырғанда ни тиклем көслөрәк булырға тейешлеге менән билдәләнә. Бик ныҡ көслө һаңғыраулыҡ осрағында тыңлаусы аудиометрҙан яңғыраған көслө тауыштарҙы ла айыра алмай.

Ишетеү һәләтенең боҙолоуының тағы бер параметры — тауыш сифаты. Кешеләрҙә бындай тайпылыштар, ҡағиҙә булараҡ, телмәрҙе таныуҙы тикшереү ярҙамында асыҡлана (йәғни телмәр ишетеү генә түгел, аңларға ла кәрәк). Тауыштарҙы (өндәрҙе) танып белеү боҙолоу дөйөм ишетеү һәләте боҙолоуҙан һирәгерәк осрай (тауышты ишетә, тик һүҙҙәрҙе аңламай).

Ишетеү һәләте боҙолоу классификацияһы

үҙгәртергә

Ишетеү һәләтенең боҙолоуын башланған ваҡыттың төрө, кимәле һәм ваҡыты буйынса классификацияларға мөмкин. Шулай уҡ ишетеү һәләте бер яҡтан да, ике яҡтан да боҙолоуы мөмкин.

 
Акустик невринома (шваннома)- яман булмаған шеш. Невринома, растущая из шванновских клеток слуховового нерва

Кондуктив һәм нейросенсор (сенсоневраль) боҙолоуҙар

үҙгәртергә
 
Отит- ҡолаҡ шешеү. Уны ваҡытында яҡшылап дауаларға кәрәк

Тышҡы йәки урта ҡолаҡ структуралары тауыш сигналын эске ҡолаҡҡа дөрөҫ тапшырмай башлағас, ишетеү һәләтен юғалтыу күҙәтелә. Ғәҙәттә ишетеү һәләтен юғалтыуҙың был төрөн дауалап була һәм операция йәки башҡа ысулдар менән төҙәтелергә мөмкин. Сәбәбе — ҡолаҡ инфекцияһы, ҡолаҡтың зарарланыуы, мәҫәлән, ҡолаҡтың перфорацияһы (ярыһы тишелеү), ҡолаҡтағы сайыр. Ҡолаҡ инфекцияһы балаларҙа йыш осрай, шуға күрә ата-әсәләргә ишетеү һәләтен даими тикшереп, ишетеү һәләтен юғалтыу билдәләрен белеү бик кәрәк.

Ишетеү һәләтенең сенсорлы боҙолоуы эске ҡолаҡ кохлеяһының спираль органы һиҙгерлеген юғалтыу йәки ишетеү нервылары эшендә боҙолоу арҡаһында барлыҡҡа килә. Бындай тайпылыштар ишетеү һәләтен юғалтыуға — бер аҙ ҡаты ҡолаҡлыҡтан хатта бөтөнләй һаңғыраулыҡҡа килтереүе мөмкин.

Кешелә ишетеү һәләтен юғалтыу күп осраҡта кохлеяның кортия органындағы сәс күҙәнәктәренең аномалиялары арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡайһы берҙә VIII баш мейеһе нервыһында (предверно-кохлеар нервы) йәки ишетеү өсөн яуаплы баш мейеһе өлөштәрендә боҙолоу арҡаһында ишетеү һәләтен юғалтыу күҙәтелә. Ишетеү һәләте боҙолған осраҡтарҙа баш мейеһенең ишетеү үҙәктәре генә (үҙәк ишетеү һәләте боҙола) зыян күрә. Был осраҡта кеше ишетә, ләкин тауыш сифаты шул тиклем насар була, хатта кеше телмәрен аңлай алмай.

Ҡолаҡтағы сәс күҙәнәктәренең (волосковые) аномалиялары тыумыштан була йәки һуңынан килеп сыға. Был генетик аномалиялар ҙа, көслө шау-шыуҙан һәм йоғошло ауырыуҙар арҡаһында зарарланыуҙан алынған йәрәхәттәр ҙә булыуы мөмкин.

Сенсорлы ишетеү һәләтен юғалтыу эске ҡолаҡ тауышты нормаль ҡабул итмәй башлағас күҙәтелә. Был төрлө сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килә, әммә иң таралғаны — кохлеяның сәс күҙәнәктәренең көслө тауыш һәм/йәки йәш менән бәйле процестар арҡаһында зарарланыуы. Сәс (волосковые) күҙәнәктәре һиҙмәй башлаһа, өндәр ғәҙәти рәүештә баш мейеһенең ишетеү нервыһына тапшырылмай. Ишетеү һәләтен юғалтыу осраҡтарының 90 процентын сенсорлы ишетеү һәләтен юғалтыу тәшкил итә.

Сенсорлы ишетеү һәләтен юғалтыу дауаланырлыҡ булмаһа ла, көслө тауыштан һаҡланыу өсөн ҡолаҡты махсус әйбер менән ҡаплап йәки музыканы әкренерәк тауышҡа ҡуйып тыңлап, зыянды әҙәйтергә була.

Һаңғыраулыҡ кимәле һәм ишетемлек сиге

үҙгәртергә

Ишетемлек сиге — кеше ҡолағының билдәле йышлыҡта тауыш баҫымын ҡабул итә алған минималь дәүмәле. Ишетемлек сиге дәүмәлен децибелдарҙа билдәләйҙәр, 1 кГц йышлыҡта 2·10−5Н/м2 йәки 20·10−6Н/м2 тауыш баҫымы кимәле ноль тип иҫәпләнә (для плоской звуковой волны). Ишетемлек сиге тауыштың йышлығына бәйле.

Бер, йәки ике яҡтан да ҡолаҡҡа ҡатылыҡ һәм һаңғыраулыҡ

үҙгәртергә

Ҡолаҡҡа ҡатылыҡ йәки һаңғыраулыҡ бер, йәки ике ҡолаҡта ла (биноураль) булыуы мөмкин.

Ишетеү һәләтен юғалтыу төрҙәре һәм сәбәптәре

үҙгәртергә

Ишетеү һәләтен юғалтыу төрлө биологик һәм экологик сәбәптәргә бәйле була. Ҡолаҡ- кеше организмының иң йомшаҡ, бирешеүсән урыны.

Ҡолаҡ патологияларының үҙенсәлеге бар- һөйәктәргә зыян килгәндә лә ҡолаҡ ишетеү һәләтен тотошлай юғалтамай, сөнки һөйәктәр тауышты ҡабул итеп, ары тапшыра ала (вибрация) [1].

Көслө тауыштың оҙаҡ ваҡыт ҡолаҡҡа тәьҫир итеүе

үҙгәртергә
 
Пример возможного временного ухудшения восприятия звуков после воздействия шума (с. 103[2]). Это обратимое ухудшение — показатель того, что воздействие шума превышает допустимое (у конкретного рабочего с учётом индивидуальной стойкости к шуму его органа слуха). При длительном сильном воздействии шума это показанное ухудшение (повышение — временное смещение порогов (ВСП) восприятия звука) проходит уже не полностью, и у человека постепенно ухудшается слух.

Аэропорттар йәки шоссе юлдары янында йәшәүсе кешеләр 65-75 б. даими тауышлы экспозицияға дусар була. Әгәр ҙә бындай шарттарҙа кеше күп ваҡытын урамда үткәрергә йәки асыҡ тәҙрәле өйҙә булырға мәжбүр булһа, яйлап ишетеү һәләтен юғалтыуы ихтимал. Был йыш ҡына көслө сәнәғәт шау-шыуы шарттарында була. Билдәле стандарттарға ярашлы шау-шыу һәм кеше һаулығына янаған хәүеф кимәле билдәләнә. Атап әйткәндә, АҠШ-тың EPA (АҠШ-тың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау агентлығы) һаулыҡ өсөн зыянһыҙ тип тәүлек әйләнәһенә тәьҫир иткән 70 дБ сиген билдәләй (EPA, 1974).

  • Оҙаҡ ваҡыт шау-шыу ҡупҡандан ишетеү һәләте боҙолоуы, ғәҙәттә, 4000 Гц тирәһе йышлыҡта осрай.
  • Шау-шыу кимәле ни тиклем юғарыраҡ булған һайын, уның тәьҫире аҫтында үткәргән хәүефһеҙ ваҡыт та шул тиклем ҡыҫҡараҡ була. Ғәҙәттә һәр өҫтәмә 3 БД өсөн ул 2 тапҡырға ҡыҫҡартыла. Ҡайһы берҙә уңайлы булһын өсөн 3 түгел, ә 5 дБ ҡулланыла. Әммә бөгөнгө фән быны бик танымай.
  • iPod кеүек күсермәле уйын ҡоролмалары (күләме буйынса 115 дБ-ға етә ала) ишетеү һәләтен ныҡ боҙоу хәүефе бар.

Нәҫелдән килгән ҡолаҡҡа ҡатылыҡ

үҙгәртергә

Синдромаль булмаған (айырым) һәм синдромаль ишетеү һәләтенең боҙолоуы күҙәтелә.

Синдромаль булмаған ишетеү һәләтен юғалтыу — нәҫелдән килгән башҡа сирҙәр булмаған ҡолаҡҡа ҡатылыҡ. Улар нәҫелдән килгән һаңғыраулыҡ осраҡтарының 70 % тәшкил итә.

Синдромаль ишетеү һәләтенең боҙолоуы — башҡа органдарҙың һәм системаларҙың ауырыуҙары менән бергә ишетеү һәләтен юғалтыу. Ул нәҫелдән килгән һаңғыраулыҡ осраҡтарының 30 процентында була.

400-ҙән ашыу һүрәтләнгән синдромда һаңғыраулыҡ (ҡаты ҡолаҡлыҡ) төп билдәлернең береһе булып тора.

Иң билдәлеләре:

  • Пендред синдромы — ҡалҡан кеүек биҙ ҙурайыуы менән бергә ҡолаҡҡа ҡатылыҡ
  • Ушер синдромы — ҡолаҡҡа ҡатылыҡ менән күҙ күрмәй башлау .
  • Ваарденбург синдромы — пиментация боҙолоу менән ҡолаҡҡа ҡатылыҡ.
  • Жервелл — Ланге-Нильсен синдромы[en] — QT интервалы артыу менән бергә ҡолаҡҡа ҡатылыҡ һәм йөрәк аритмияһы.

Нәҫелдән килгән ҡолаҡҡа ҡатылыҡтың да бер нисә төрө бар.

Хәҙерге заманда ишетеү һәләтен боҙоусы 100 артыҡ гендың мутациялары асыҡланған.

Һәр халыҡ төркөмөндә үҙенә генә хас мутациялар бар.

Ҡолаҡтың тауыш үткәреүе боҙолоу

үҙгәртергә

Ҡолаҡтың тауыш үткәреүе боҙоу тышҡы йәки урта ҡолаҡ (йәки икеһе лә) тауышты тейешенсә үткәрмәгәндә була. Тауышты ҡолаҡ каналы, ҡолаҡ ярыһы һәм ҡолаҡ һөйәге ҡабул итә алғанлыҡтан, ишетеү һәләтенең боҙолоуы өлөшләтә генә була һәм өндәр ҡабул итеүҙең бер аҙ насарайыуына килтерә. Тышҡы йәки урта ҡолаҡ менән бәйле проблемалар булғанда ишетмәк сиге 55-60 дБ-нан артмай. Ғөмүмән, ҡолаҡтың тауыш үткәреүе боҙолоу осрағында тыңлаусы телмәрҙе аңлаһын өсөн тауышты көсәйтеү етә .

Ҡолаҡтың тауыш үткәреүе боҙолоу сәбәптәре:

  • Ҡолаҡ каналы тығылған
  • Урта ҡолаҡ аномалиялары (зыян күргән):
    • ҡолаҡ ярыһы
    • һөйәктәре

Тән йәрәхәттәре

үҙгәртергә
  • Тышҡы, урта һәм эске ҡолаҡтың анатомик структуралары ғына түгел, баш мейеһенең тыңлау үҙәктәре лә йәрәхәтләнеүе мөмкин.
  • Башы йәрәхәтләнгән кешеләргә айырыуса ваҡытлыса йәки мәңгегә ишетеү һәләтен юғалтыу хәүефе янай.
  • Ишетеү һәләтенең боҙолоуына артыҡ көслө тауыш сығанағының (90 дБ-нан ашыу) оҙаҡ тәьҫир итеүе сәбәпсе булыуы мөмкин, мәҫәлән, авиадвигатель янында оҙаҡ тороусылар, армияла артиллеристар һ.б.

Ишетеү һәләтен боҙоусы дарыуҙар

үҙгәртергә

Ҡайһы бер антибиотиктар ҡолаҡҡа зыян итә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А.С. Батуев. Глава 3. Физиология ссенсорных систем. #4. Слуховая сенсорнаясистема и речь // Физиология высшей нервной деятельности и сенсорных систем. — 3. — СПб.: Питер, 2010. — С. 78—81. — 317 с. — ISBN 9785911808426.
  2. Измеров Н. Ф., Суворов Г. А., Прокопенко Л. В. Человек и шум. — Москва: ГЭОТАР-МЕД, 2001. — 384 с. — 1000 экз. — ISBN 5-9231--0057-6.
  3. H Stupp et al. Inner ear concentrations and ototoxicity of different antibiotics in local and systemic application // International Journal of Audiology. — 1973. — Т. 12. — № 5—6. — С. 350—363.

Һылтанмалар

үҙгәртергә