Сурб Геворк сиркәүе (Дондағы Нахичеван)
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы | |
Изге Георгий Победоносец сиркәүе
Сурб Геворк сиркәүе (арм. Սուրբ Գևորգ եկեղեցի) | |
Файл:Дондағы Нахичеван Сурб Геворг сиркәүе.png | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Конфессия | Әрмән апостол сиркәүе |
Нигеҙләүсе | Иосиф Аргутинский |
Төҙөлөшө | 1783—1787 йылдар |
Бөгөнгө хәле | һүтелгән |
Сурб Геворк сиркәүе (Изге Георгий Победоносец сиркәүе) — Дон Нахичеванындағы ғибәҙәтхана. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай. Хәҙер сиркәү юҡҡа сыҡҡан.
Тарих
үҙгәртергәИзге Георгий Победоносец (Сурб Геворк) сиркәүен төҙөү Федоров (Сурб Теодорос) сиркәүе менән бер ваҡытта, 1783—1787 йылдарҙа, алып барылған. Сиркәү Ростов һәм Нахичеван ҡалаларының сигендә төҙөлгән. Төҙөлөш тамамланғас, 1787 йылдың 5 декабрендә, сиркәүҙе Иосиф Аргутинский изгеләндергән.
Башта ҡалала ағас сиркәү булған. Бер көмбәҙле таш сиркәү ҡыңғырау манараһы менән XIX быуатта ике тапҡыр ремонтланған. 1852—1853 йылдарҙа ремонт Нахичеван 2-се гильдия сауҙагәре М. X. Ерецпоханян аҡсаһына үткәрелгән, икенсе ремонт 1892 йылда эшләнгән.
Таш сиркәү Ростов һәм Нахичеван ҡалаларының сигендәге Георгий урамында (хәҙерге Театр проспекты янында)торған.
Тәүҙә сиркә-мәхәллә мәктәбе сиркәүҙә эшләмәгән. 1918 йылда Яңы-Нахичеван епархия мәктәпте Диниә хакимлығына күсереп, уны Сурб Геворк сиркәүе мәктәбенә әйләндергән.
Таш сиркәү интерьерында бик күп таш тәре-хачкарҙар ҡуйылған була, Ҡырымдан ҡулдан яҙылған китаптар һәм тәхет өҫтөнә ҡуя торған тәреләр килтерелгән.
1892 йылдағы ремонт ваҡытында сиркәүҙең йыһазы яңыртылған, ишеген икенсе урындан асып, өҫтөнә ел-ямғырҙан һаҡлаусы төкәтмә эшләгәндәр.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында сиркәүҙә Романос Меликян етәкләгән хор эшләгән.
Георгий Победоносец сиркәүен Хадрепез сиркәүе тип тә йөрөтәләр, уның янында әрмәндәрҙең йәрминкәләре һәм байрамдары үткәрелгән.
1930-сы йылдар башында сиркәү ябыла һәм оҙаҡламай тулыһынса тиерлек һүтеп ташлана.
Әҙәбиәте
үҙгәртергә- Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001.
- Малаховский Е. И., Лаптев Г. Ф. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону, утраченные и существующие // Ростов-на-Дону, АКРА, 2003.
- Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы. Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999.
- Сидоров В. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону. Ростов-на-Дону, 1996, т. 4.
- Халпахчьян О. X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер., 1988.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Церковь Сурб Геворк (Нахичевань-на-Дону)
- Нахичеванские храмы 2017 йыл 20 апрель архивланған.. Донской временник.