Сурб Геворг ғибәҙәтханаһы (Солтан Салы)
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы | |
Георгий Победоносец сиркәүе
Сурб Геворг сиркәүе(арм. Սուրբ Գևորգ եկեղեցի) | |
Сурб Геворг сиркәүе | |
Ил | Рәсәй |
Ауыл | Солтан-Салы |
Конфессия | Әрмән апостол сиркәүе |
Төҙөлөшө | 1795—1850 йылдар |
Бөгөнгө хәле | ремонт талап ителә |
Георгий Победоносец сиркәүе Викимилектә |
Сурб Геворг сиркәүе — Ростов өлкәһе Мясников районы Солтан Салы ауылындағы ғибәҙәтхана. Әрмән Апостол Сиркәүенә ҡарай.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Мясников районы, Солтан Салы ауылы , Беренсе май урамы, 1Б һанлы йорт.
История
үҙгәртергәДон ерҙәренә ХVIII быуат аҙағында Екатерина II Ҡырымдан әрмәндәрҙе Приазовьеға күсереү тураһынду указ яҙған. 1779 йылда меңләгән әрмәндәр, яңы йәшәү урынына күсеп килеп, Чалтырь, Ҡырым, Оло Салы, Солтан Салы һәм Несветай ауылдарына нигеҙ һалғандар. Солтан Салы ауылы 1779 йылда барлыҡҡа килгән, ә ундағы Сурб Геворг сиркәүенә нигеҙ ташы 1795 йылда һалынған.
1848 йылда сиркәү туҙған туҙған хәлдә булғанлыҡтан, мәхәллә кешеләре сиркәү төҙөргә аҡса йыя башлауға рөхсәт һорап консисторияға мөрәжәғәт иткәндәр. Яңы Нахичеван ҡала башлығы Арутюн Халивов аҡса йыя башлаған. 1849 йылда сиркәүҙе талағандар, шунлыҡтан халыҡ сиркәүҙе ремонтлау урынына яңы сиркәү төҙөүҙе хуп күргән.
Сиркәүгә йөрөүсөләрҙән йыйылған аҡсаға 1850 йылда ауылда яңы сиркәү төҙөгәндәр. 1854 йылда сиркәүҙе яңынан уңайлыраҡ итеп өҫтәп һалырға ҡарар иткәндәр. 1858 йылда ғибәҙәтхананы камиллаштыруға рөхсәт алынған.
Дин әһеле Погос Хрчян архитектор Гаврилов менән бергә 1863 йылда сиркәү ҡоймаһын төҙөргә урын ҡарағандар.
1864 йылдың март айында халыҡ үҙ белдеге менән иҫке сиркәүҙе һүткән, ә 1867 йылда яңы сиркәү төҙөлөп, изгеләндерелгән.тулыһынса реконструирована һәм посвящена яңы сиркәү.
Һуңғараҡ сиркәүҙең эсе-тышы бер нисә мәртәбә ремонтланған.
Сиркәү янында 1872 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе асылған. 1908 йылда унда 126 бала уҡыған.
Сиркәү 1896 йылдың 28 октябрендәге дауыл ваҡытында ныҡ зыян күргән: уның баш көмбәҙе тәреһе менән бергә ергә йығылып төшкән. Совет власы 1930 йылда сиркәүҙе япҡан.
Сиркәү Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ут аҫтында ҡалып зыян күргән, туҙған хәлдә хәҙерге ваҡытҡа тиклем торған. Бөгөнгө көндә сиркәү руханийы Тер Теодос Гайбарян етәкселегендә сиркәү аяҡҡа баҫтырыла башлаған.
Дин әһелдәре
үҙгәртергәЭчмиадзин Динисеминарияһында уҡып сыҡҡан, Чалтырь ауылында тыуған Тер Теодос Гайбарян сиркәүҙең руханийы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001 Е. И.
- Халпахчьян О.X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер. 1988
- Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы / Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999
- Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Церковь Сурб Геворг (Султан Салы, Ростовская область) 2017 йыл 8 апрель архивланған.
- Церковь Сурб Геворг
- Армянские храмы на Дону 2019 йыл 18 февраль архивланған.