Сурб Аменапркич сиркәүе (Ҡырым)

Аменапркич сиркәүе Ростов өлкәһе Мясников районы Ҡырым ауылындағы Әрмән апостол сиркәүенә ҡараған ғибәҙәтхана. Сиркәү йорто төбәк мәҙәниәте ҡомартҡыһы.

Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы
Церковь Всеспасителя
Сурб Аменапркич сиркәүе (арм. Սուրբ Ամենափրկիչ եկեղեցի)
Ил Рәсәй
Ауыл Ҡырым
Конфессия Әрмән апостол сиркәүе
Төҙөлөшө XIX быуат аҙағы–XX быуат башы.—??? йылдар
Бөгөнгө хәле эшләүсе

Адрес: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Мясников районы, Ҡырым ауылы, Мясникян урамы, 51-се йорт.

Тарих үҙгәртергә

Аменапркич сиркәүе Мясников районы Ҡырым ауылында 1902 йылда төҙөлгән.

1892 йылда Нахичеван-Бесссарабия консисторияһына сиркәүҙең төҙөлгән проектын ебәргәндәр. Сиркәүҙе мәхәллә кешеләренең аҡсаһына һәм сиркәү төҙөләсәк 200 дисәтинә ерҙән килгән табышҡа төҙөргә булғандар.

1895 йылдың 23 авгусында император Николай Икенсе указы менән Сурб Аменапркич сиркәүен төҙөй башлағандар һәм уны 1902 йылда тамамлағандар. Сиркәүҙә ағас миһрап ҡуйылған, уны йыһазландырыуҙы һорап сиркәүҙең өлкән руханийыБарсег Нагапетян мәхәллә кешеләренә аҡса һорап мөрәжәғәт иткән. Дин етәкселәренең рөхсәте менән сиркәү миһрабы йыһазландырылған.

1904 йылда сиркәүҙә ҡатын-кыҙҙар сиркәү-мәхәллә мәктәбе ойошторолған. 19121913 йылдарҙа мәктәптә 149 уҡыусы иҫәпләнгән. 1909 йылда ирҙәр сиркәү-мәхәллә мәктәбе төҙөлгән, унда 1910 йылда 174 кеше уҡыған. Мәктәбе китапхана фондында 318 китаптар булған, улар сиркәү килемдәренә һатып алынған һәм мәхәллә кешеләре тарафынан хәйергә алынған.

1930-сы йылдарҙа хакимиәт күрһәтмәһе буйынса сиркәү ябылған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сиркәү яңынан асылған. 1960 йылдың ғинуарында Мясников район советы хакимиәте әрмән-григориан дини йәмғиәтенең сиркәүен тартып алырға ҡарар иткән. 1960 йылдың май айында Ростов өлкә башҡарма комитеты тарафынан был ҡарар хупланған. Сәбәбе — сиркәүгә йөрөүсе халыҡтың аҙлығында булған. Шунан һуң сиркәү бинаһында уҡытыу-етештереү оҫтаханаһы һәм келәт эшләгәндәр.

1982 йылда Лукашина исемендәге колхоз аҡсаһына сиркәүҙе тергеҙә башлағандар. Хәҙерге ваҡытта сиркәү дәүләт тарафынан һаҡлана, сиркәү йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора. 1996 йылдың 21сентябренән алып сиркәү изгеләндерелгән һәм унда ғибәҙәт ҡылыу башҡарыла.

Архитектура үҙгәртергә

Сиркәү әрмән архитектура сәнғәте стилендә төҙөлгән. Әрмян архитектура үҙенсәлектәре сиркәүҙең төҙөлөшөндә ныҡ сағылыш тапҡан. Йорт дөрөҫ геометрик формалар менән төҙөлгән. Уның тышҡы күләменең формалары эске күләменең формаларына тура килә. Интерьерында юғарыға табан ныҡ күтәрелгән көмбәҙ .Был сиркәүгә киңлек өҫтәй һәм тантаналылыҡ бирә.


Миһрап апсиды алға табан һуҙылып торған күтәренке иҙән менән алыштырылған. Сиркәүҙең көнбайыш яғында хор өсөн сәхнә ҡуйылған. Унан ҡыңғырау манараһының икенсе ҡатына сыға торған урын бар.

Өс ҙур ишек хоҙайға табыныусылар сиркәүгә иркен керерлек итеп эшләнгән.

Сиркәү интерьерының эске киңлеге юғарыла көмбәҙ аҫтына табан ослайып барып бөткән.

Ҡыңғырау манараһы квадрат формала.

Тышҡы йыһазы матур, уны ҙур профилле архивольттар, ярым колонналарҙа ятыусы үҙенсәлекле аркатуралар биҙәй. Тәҙрәләрендә тимер рәшәткәләр.

Дин әһелдәре үҙгәртергә

Сиркәү руханийы — Тер Тадеос Гайбарян..

Әҙәбиәте үҙгәртергә

  • Вартанян В. Г., Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001.
  • Халпахчьян О. X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер. 1988.
  • Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы / Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999.
  • Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013.

Һылтанмалар үҙгәртергә