Сузанна Тамаро (итал. Susanna Tamaro; 12 декабрь 1957[6]) — итальян яҙыусыһы, режиссёр һәм сценарист.

Сузанна Тамаро
итал. Susanna Tamaro
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Италия
Тыуған көнө 12 декабрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[3][4][5][…] (66 йәш)
Тыуған урыны Триест[d], Италия[3]
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, яҙыусы, романист
Уҡыу йорто CSC[d]
Әүҙемлек урыны Рим[3]
Сәләмәтлек торошо синдром Аспергера[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт susannatamaro.it
 Сузанна Тамаро Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Сузанна Тамаро 1957 йылдың 12 декабрендә Триест ҡалаһында (Италия) урта синыф ғаиләһендә тыуған. Уның әсәһе итальян яҙыусыһы Итало Звевоның туғаны була. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй[7].

Мәктәпте тамамлап, режиссёрҙар курсына уҡырға инер өсөн Римға килә. 1976 йылда Тамаро уҡытыусы дипломын ала һәм итальян эксперименталь кино мәктәбендә — Centro Sperimentale di Cinematografia уҡыу өсөн стипендия ала. 1979 йылда эпизодик ролдә киноға төшә. Мәктәпте тамамлағандан һуң телевидение өсөн документаль фильмдар төшөрөп, эшләй башлай. Бер үк ваҡытта хикәйәләр һәм романдар яҙа[7].

Әҙәби карьераһы

үҙгәртергә

1978 йылда ул беренсе хикәйәләрен баҫтырып сығара, ә 1981 йылда үҙенең тәүге «Илмитц» (итал. Illmitz) романын яҙа. Ул мөрәжәғәт иткән бөтә нәшриәттәр романды кире ҡаға, һәм ул әлегә тиклем баҫылып сыҡмай.

1989 йылда «Голова в облаках» (итал. La testa fra le nuvole) романы баҫылып сыға, уның өсөн Эльза Моранта премияһын ала.

Тамароның яҙыусы таланты «Для сольного голоса» (итал. Per voce sola) йыйынтығында асыла, ул 1991 йылда итальян ПЕН-клубы премияһы менән билдәләнә һәм әҙәби тәнҡитселәр тарафынан ыңғай ҡабул ителә, әммә тамашасылар тарафынан уҡылмай.

1992 йылда Тамароның балалар өсөн «Сердце толстяка» (итал. Cuore di ciccia) китабы сыға, китапта тулы кәүҙәле баланың тарихы һүрәтләнә (бәлки, автобиографик моменттар менән).

Ике йылдан һуң яҙыусының тәнҡитселәр һәм китап уҡыусылар тарафынан киң танылған «Иди, куда ведёт тебя сердце» (итал. Va' dove ti porta il cuore) китабы баҫылып сыға, ваҡыт үтеү менән ул донъяла иң күп һатылыусы итальян бестселлеры була; 1995 йылда режиссёр Кристина Коменчини уның буйынса фильм төшөрә. Китапта оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ Ольга тарихы тасуирлана. Ул Ҡушма Штаттар буйынса сәйәхәт иткән берҙән- бер ейәнсәренә хат яҙырға ҡарар итә. Хатында ул үҙенең тормошон, үҙен үҙгәрткән һәм иртәме-һуңмы һәр береһе ҡабул итергә тейешле ваҡиғаларҙы һүрәтләй[8]

1997 йылда «Anima mundi» романы сыға, уның геройы хәҙерге заман ваҡиғаларында үҙен табырға маташа. Тирә-яҡ донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡараш, тормошсан һәм психологизмға ҡарамаҫтан, китапты тәнҡитселәр һәм уҡыусылар һалҡын ҡабул итә[7].

Һуңынан хикәйәләр һәм эссе-уйланыуҙар йыйынтығы «Дорогая Матильда» (итал. Cara Mathilda, 1997), «К дому» (итал. Verso casa, 1999) сыға. Өс повестан торған «Ответь мне» (итал. Rispondimi, 2001) йыйынтығы киҫкен тормош шарттарына эләккән өс героиняның яҙмышы тураһында һөйләй. 2002 йылда «Больше огня, больше ветра» (Pитал. iu' fuoco, piu' vento) прозалар йыйынтығы баҫылып сыға.

2006 йылда «Слушай мой голос» (итал. Ascolta la mia voce) романы сыға, ул яҙыусының уңышлы «Иди, куда ведёт тебя сердце» әҫәренең дауамы була. Был романы 12 телгә тәржемә ителә.

Халыҡ-ара танылыу алғандан һуң яҙыусыйылына уртаса бер роман сығара. 2020 йылда «Отличная история любви» (итал. Una grande storia d’amore) романы донъя күрә[9].

Тамаро әҙәби мөхит менән тығыҙ бәйләнеш тотмай, донъяуи сараларға йөрөмәй, телеэкрандарҙа йыш ҡунаҡ түгел. Ауыл ерендә, Орвьето эргәһендә йәшәй[7].

Бүләктәре һәм премиялары

үҙгәртергә
  • 1989 — Prize Italo Calvino («La testa fra le nuvole» әҫәре өсөн)
  • 1990 — Prize Elsa Morante (за «La testa fra le nuvole»)
  • 1991 — International PEN («Per voce sola» әҫәре өсөн)
  • 1992 — Rapallo Carige Prizefor women writers for «Per voce sola»
  • 1995 — Prize Cento (Il cerchio magico әҫәре өсөн)
  • 2013 — Honorary Golden Dante of AL «Bocconi d’Inchiostro» — Bocconi University for her outstanding career

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә