Судрабкалныньш (лат. Sudrabkalniņš) — 6-сы Рига пехотаһы полкы яугирҙәре һәйкәле, ҙур булмаған Судрабкалныньш ҡалҡыулығында (Көмөш тау) Риганың Иманта биҫтәһендә, Слокас урамы һәм Курземес проспекты араһында урынлашҡан.

Судрабкалныньш
Нигеҙләү датаһы 1937[1]
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Курземский район[d][1] һәм Рига
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d]
Архитектор Шталберг, Эрнест Екабович[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Kurzeme District, Riga[d]
Мираҫ статусы памятник искусства государственного значения[d][1]
Адрес Slokas iela[1]
Указания, как добраться Sudrabkalniņš[1]
Карта
 Судрабкалныньш Викимилектә

Участка майҙаны 0,3 гектар тәшкил итә. Йәшел зонаның ултыртылған үҫемлектәре араһында ҡараған, ябай ат каштаны һәм ҡара ҡарағай өҫтөнлөк итә.

Бермонд армияһы менән яуҙа 1919 йылдың ноябрь айында, 41 кешеһен юғалтып һәм яраланған 300 кешеһе менән, 6-сы Рига пехота полкы яугирҙәре Судрабкалныньш бейеклеген яулай һәм шуның менән алыш һөҙөмтәһен үҙ файҙаһына тамалай. Был алыш тураһында иҫтәлек итеп 11 ноябрь көнө байрам көнө булып иҫәпләнә һәм Лачплесис Көнө тип атал.

1937 йылдың 31 октябрендә күп кешеләр ҡатнашлығында юғары кимәлдә (Латвия президенты Карлис Улманис ҡатнашлығында) ноябрь һуғышы яугирҙары һәйкәле асыла. Авторҙары — архитектор Эрнестс Шталбергс һәм скульптор Карлис Зале. Стиле буйынса был һәйкәл Туғандар зыяраты мемориалын хәтерләтә.

Һәйкәлде төҙөгәндә Азатлыҡ статуяһынан артып ҡалған гранит һәм Даугавгрив ҡәлғәһенең һүтеп алынған валының таш киҫәктәре ҡулланыла.

1980 йылда һәйкәл яңыртыла, проект авторы — И. Р. Грейлиха. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә гранит баҫҡыстар һәм юл төҙөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Latvijas Vēstnesis (латыш.)Latvijas Vēstnesis, 1993.

Һылтанмалар

үҙгәртергә