Павел Стратан (рум. Pavel Stratan; 1970) — молдаван йырсыһы һәм музыканты.

Стратан Павел
Төп мәғлүмәт
Тыуған

11 ноябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (53 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Молдавия ССР-ы, Калараш районы, Нишкань ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРМолдова Молдова

Һөнәрҙәре

йырсы

Жанрҙар

фолк, поп, хип-хоп

familiastratan.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1970 йылдың 11 ноябрендә Молдавия ССР-ы (хәҙер Молдова Республикаһы) Калараш районының Нишкань ауылында Dumitru һәм Polixena Stratan ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә үк гитарала уйнай һәм сәхнәлә сығыш яһай башлай. Беренсе йырының һүҙҙәрен 1983 йылда яҙа,1996 йылда шоу-бизнеста беренсе аҙымдарын эшләй. Кишиневта Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт академияһын тамамлай.

2002 йылда Павел үҙенең беренсе Amintiri din copilărie исемле альбомын Молдовала сығарҙы. 2004 йылда ошо уҡ альбомы йырсының киң билдәлелек алған Румынияла сыҡты. Артабан музыканттың башҡа альбомдары ла донъя күрҙе. Уның музыкаһы — фолк, поп һәм хип-хоп ҡатнашмаһы.

Стратан бер нисә премияға лайыҡ булды[1]:

  • «2004 йылдың хиты» премияһы (Молдова) — «Мин эсәм» йыры өсөн;
  • «2005 йылдың хиты» премияһы (Молдова) — «Мин үҙ көнөмдә тыуҙым» йыры өсөн;
  • «VIP магазин» гәзите призы «2004 йылдың персонаһы» (Молдова) номинацияһында;
  • «VIP магазин» гәзите призы «2006 йылдың персонаһы» (Молдова) номинацияһында;
  • «Бухарест радиоһы» премияһы (Румыния);
  • «MTV Румыния» премияһы иң яҡшы дебют өсөн;
  • «VIP» (Румыния) гәзитенең махсус призы.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Павел һәм Клеопатра Стратан

Хәҙерге ваҡытта Стратан Румынияла Бухареста йәшәй. Уның ҡатыны — инженер; ғаиләлә ҡыҙҙары Клеопатра (2002) һәм улы Цезарь (2008) үҫә. Ғаилә Румынияға Молдованан 2011 йылда күсенеп китә. Клеопатра ҡыҙы бик иртә йырсы булып китә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә