Степан Разин һәйкәле (Дондағы Ростов)
Һәйкәл | |
Степан Разин һәйкәле
| |
Файл:Степан Разин с дружиной.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Төҙөлгән ваҡыты | 1972 йыл |
Степан Разин һәйкәле ― Дондағы Ростов ҡалаһындағы монументтарҙың береһе. 1670–1671 йылдарҙағы крәҫтиәндәр ихтилалы юлбашсыһы Степан Тимофеевич Разинға арналған. Мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].
Тарихы
үҙгәртергәСтепан Разин, XVII быуаттың урталарында иң ҙур крәҫтиән-казактар ихтилалы юлбашсыһы, Донда тыуған һәм тәрбиә алған. Тап ошонан ул үҙенә тоғро кешеләр менән батшаға ҡаршы сыға. Донда легендар Дон атаманы менән бәйле иҫтәлекле урындар күп. Старочеркасск станицаһында Степан Разин тыуған йорт һаҡланған. Бер нисә йыл дауамында тарихсылар һәм археологтар атаман үҙенең ғәскәре менән урынлашҡан Кагальницк казактар ҡаласығын эҙләйҙәр һәм ҡаҙалар. Новочеркасскиҙа Дон казактарының тарихы музейында Е. В. Вучетич эшләгән С. Разиндың скульптура һыны бар. Был данлыҡлы атамандың образы оҙаҡ ваҡыт үҙе тирәләй күп сәнғәт әһелдәре мөрәжәғәт иткән байтаҡ легендалар тыуҙырҙы. Шуларҙың береһе атаманға арналған һәйкәлдең проектын эшләүгә тотонған СССР-ҙың халыҡ рәссамы Конёнков Сергей Тимофеевич (һәйкәлде ҡуйғанға тиклем йәшәй алмай, ләкин уның ағас моделен ижад итә[2]) һәм архитектор Л. М. Лобан. Бөтә скульптуралар урындағы заводта бетондан эшләнәләр. 1972 йылдың 5 июнендә Дондағы Ростовтың Яр буйы урамында, Седов исемендәге диңгеҙ училищеһынан алыҫ түгел, Степан Разинға һәм уның тоғро дружинаһына һәйкәл ҡуйылған[3].
Тышҡы күренеше
үҙгәртергәҺәйкәл ҙур кәмәлә баҫып торған Степан Разиндың һәм фарсы кенәз ҡыҙының, шулай уҡ уға тоғро биш дружинасының һынын үҙ эсенә алған ете скульптураның композицияһы булып тора[3][4].
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Перечень выявленных объектов культурного наследия г. Ростова-на-Дону (памятников истории, архитектуры, монументального искусства)
- ↑ Памятник Степану Разину, Ростов-на-Дону (рус.), Изготовление памятников. 8 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 Елена Александровна Пугачёва, Алексей Сергеевич Злыгостев. Ergonomic-Data.com , E-Mail webmaster@historic.ru. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья (Кукушин В.С.) . rostov-region.ru. Дата обращения: 8 ғинуар 2017.
- ↑ Памятник Степану Разину в Ростове-на-Дону | Памятники всего мира . foretime.ru. Дата обращения: 8 ғинуар 2017.