Старцев Михаил Гаврилович

Старцев Михаил Гаврилович (16 ноябрь 1938, Бөрө ҡалаһы — 5 декабрь, Өфө), инженер-төҙөүсе. БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙүсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почетлы төҙөүсеһе (1998). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992) — Салауат районы Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейы бинаһын проектлау һәм төҙөү өсөн.

Өфө юл техникумын тамамлағандан һәм армияла хеҙмәт иткәндән һуң «Башнефтезаводстрой»-ҙың 2-се һанлы төҙөлөш идаралығында мастер булып эш башлай. Уның бөтә артабанғы тормошо ошо киң билдәле төҙөлөш ойошмаһы менән бәйле була[1]. Өфө дәүләт нефть институтын 1983 йылда тамамлаған.

1962 йылдан алып «Башнефтезаводстрой» ААЙ‑нда: 1967 йылдан — прораб, 1972 йылдан — баш инженер, 1974 йылдан — 2‑се төҙөлөш идаралығында начальнигы, 1981 йылдан алып — идарасы урынбаҫары, 1986 йылдан — идарасы, 1989 йылдан — начальнигы, 1993 йылдан алып президент, 1996 йылдан башлап — генераль директор.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, 1999 йылдан алып, Михаил Старцев — Башҡортостан Республикаһының Сауҙа — сәнәғәт палатаһы рәйесе, 34 йыл дауамында көс түккән ойошмаһы менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек итә, бай тәжрибәһен йәш төҙөүселәргә өләшә[1]. 2001 йылдан — идара рәйесе советнигы; 2002 йылдан — «10-сы төҙөлөш‑монтаж компанияһы» ЯСЙ-нда директор урынбаҫары, 2008—2011 йылдарҙа — директор.

М. Г. Старцев етәкселегендә республика сәнәғәт һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттары, шул иҫәптән «Башҡортостан» сауҙа үҙәге, Башҡортостан Республикаһы профсоюздары Федерацияһы Советы бинаһы, Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы корпусы, Төньяҡ автовокзал, Салауат Юлаев музейы һәм башҡалар төҙөлә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә