Спас-Преображенский соборы (Түбәнге Новгород кремле)
Спас-Преображенский соборы — Түбәнге Новгород епархияһының һаҡланмаған кафедраль соборы, ул Түбәнге Новгород кремленең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан булған.
Спас-Преображенский соборы | |
Нигеҙләү датаһы | 1225 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Епархия | Нижегородская епархия[d] |
Архитектура стиле | русско-византийский стиль[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1929 |
Спас-Преображенский соборы (Түбәнге Новгород кремле) Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСпас-Преображенск соборы урынында иң тәүҙә һалынған ҡорам Түбәнге Новгородҡа нигеҙ һалғас та барлыҡҡа килгән. Ул сиркәү Преображение Господня хөрмәтенә бөйөк Владимир кенәзе Юрий Всеволодович тарафынан 1225—1227 йылдарҙа һалынған. Владимир бөйөк кенәзлегенән Түбәнге Новгород кенәзлеге айырылып сыҡҡас, Түбәнге Новгород кенәзе Константин Васильевич элекке ҡорам урынында ҙур ғибәҙәтхананы Преображение Господня хөрмәтенә төҙөлә һәм 1352 йылда ғибәҙәтхана изгеләндерелә. Бында Суздалдән боронғо Спас Нерукотворный иконаһы (ул Грецияла яҙылған була). 1377 һәм 1378 йылдарҙа ҡорамды татар-монголдар талап, бөлгөнлөккә төшөрә, әммә Спас Нерукотворный иконаһын сиркәүҙән ситкә алып сығалар һәм һаҡлап ҡалдыралар. 1380-сы йылдарҙа бөйөк Түбәнге Новгород кенәзе Дмитрий Константинович соборҙы тергеҙә.
ХVII быуатта батша Михаил Федорович һәм уның атаһы, патриарх Филарет, Түбәнге Новгород ҡалаһы кешеләренән торған һәм Мәскәүҙе азат иткән ополчениеға рәхмәт йөҙөнән, яңы собор төҙөү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүлә, сөнки шул ваҡытта иҫке сиркәү бик ныҡ туҙған була. Төҙөлөш менән билдәле, арҙаҡлы йорт төҙөүсе Возоулин Лаврентий етәкселек итә. Ғибәҙәтхана Мәскәүҙең Успенский соборы өлгөһөндә төҙөлә, «элекке ғибәҙәтхананан 15 сажин төньяҡтараҡ һалына һәм 1632 йылда төҙөлөш эштәре тамамлана, әммә бары тик 1652 йылда, батша Алексей Михайлович заманында, ғына изгеләндерелә.»[1] Иҫке ғибәҙәтхана яңыһы менән йәнәш тағы 40 йылдан ашыу тора. 1672 йылда иҫке ғибәҙәтхананы һүткән саҡта яңы соборға Түбәнге Новгород кенәздәренең һәм уларҙың ҡатындарының, шулай уҡ милли батыр Кузьма Мининдың кәшәнә-табуттары күсерелә. Ғибәҙәтхана кафедраль соборға әйләнә.
1816 йылда ҡорам туҙғанлыҡтан унда табыныуҙар алып барылмай, ә 1829 йылда ҡорам һүтелә. Бер йылдан һуң яңы биш башлы, өс тәхетле ғибәҙәтхана, иҫкеһенә оҡшатып, һалына башлай. Ул 1834 йылда изгеләндерелә.
Ғибәҙәтхананың көнбайышында саң манараһы тора. 1715 йылда янғындан ул юҡҡа сыға, ҡыңғырауҙары иреп төшә. Митрополит Сильвестр өйрәтеүе буйынса таштан яңы манара төҙөлә. Уның ҡыйығы һигеҙ яҡлы сатыр формаһында эшләнә. 1716 йылда уға ҡаланың сәғәт манараһындағы боронғо сәғәт күсереп ҡуйыла.
Кафедраль соборында ғибәҙәт ҡылыу революциянан һуң, 1918 йылда, туҡтатыла. 1924—1929 йылда манараны һүтәләр, ә ҡорамдың үҙен 1929 йылда шартлаталар, уның урынында Советтәр йортон төҙөйҙәр. (1929 йылдың 22 февралендә ҡорамды шартлатыр алдынан кәшәнәләрҙе асалар, ҡалдыҡтарын Губерна музейына тапшыралар[Комм 1]; . 1962 йылда, ҡалаға 350 йыл тулыу ваҡиғаһы арҡылы Мининдың мәйете ҡалдыҡтарын Михайло-Архангел соборында ҡайтанан күмәләр.
Түбәнге Новгородта әлеге ваҡытта собор урынында Түбәнге Новгород хакимиәтенең бинаһы тора. Уның эргәһендә 2005 йылда Поклонный тәреһе ҡуйылған, ул кешеләргә был урында элек Спас-Преображенск соборы торғанын хәтерләтеп тора, ә 2012 йылда — Нерукотворный Спас хөрмәтенә бәләкәй сиркәү (часовня) төҙөлә[2]. Шунда уҡ, Советтәр Йортона, 2008 йылда таштан эшләнгән Поклонный тәреһе ҡуйыла. Ул тәре изге равноапостольный Кирилл һәм Мефодийҙың хөрмәтенә ҡуйыла. Тәре элек Михайло-Архангель соборында торған.
Аңлатмалар
үҙгәртергә- ↑ В акте о вскрытии гробниц указывалось:
…Были вскрыты гробницы: 1. вел. кн. Андрея Константиновича (ум.1365 г.), 2. вел. кн. Иоанна Дмитриевича, по прозванию «Брюхатый» (ум. 1377 г.), 3. вел. кн. Василия Дмитриевича, по прозванию «Кирдяпа» (ум. 1403 г.), 4. вел. кн. Константина Васильевича (ум. 1355 г.), 5. вел. кн. Вассы (ум. 1377 г.), 6. вел. кн. Павла — митрополита (ум. 1696 г.), 7. Питирима — архиепископа (ум. 1738 г.), 8. Филарета-митрополита (ум. 1694 г.). <…> ввиду того, что не было надежды найти интересный материал в других погребениях, Комиссия решила приостановить работы и вскрыть остальные погребения впоследствии… Также точно пока не вскрыта и гробница Минина, представляющая из себя монументальное сооружение, требующая для разборки достаточную рабочую силу.
— Архимандрит Тихон (Затёкин) Святая благоверная Великая княгиня Нижегородская Феодора // Нижегородская старина. — 2013. — № 37-38. — С. 29.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Милюков А. Рюрикова крепость // Древняя и новая Россия. — 1877. — № 6. — С.167—169.
- ↑ Митрополит Георгий совершил чин освящения Спасской часовни в Нижегородском кремле (фото) 2015 йыл 21 июнь архивланған., Нижегородская митрополия, 1 ноября 2012 года
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Информация о Спасо-Преображенском соборе на сайте Государственной архивной службы Нижегородской области
- Несохранившиеся церкви и соборы Нижегородского кремля на портале «Нижегородские музеи»
- Информация о храме в открытой православной энциклопедии «Древо»