Социаль уйлап табыуҙар фонды

Социаль уйлап табыуҙар фонды 1985 йылда социаль инноватор Геннадий Алференко тарафынан «Комсомольская правда» гәзите эргәһендә, асыҡ граждандар йәмғиәтен барлыҡҡа килтереүгә һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.

1985 йылда Раиса Максимовна Горбачёва Геннадий Алференконың халыҡ инноваторҙары һәм энтузиастары ижад иткән социаль инновацияларға булышлыҡ итеү өсөн социаль уйлап табыуҙар фонды ойоштороу кәрәклеге тураһындағы тәҡдиме яҙылған мәҡәләне уҡый. Раиса Горбачёва был идеяға Михаил Горбачёвтың иғтибарын йәлеп итә, ә ул Алференко менән бәйләнешкә инә һәм уға социаль уйлап табыуҙар фонды ойошторорға тәҡдим итә[1]. Алференко СССР Социаль уйлап табыуҙар фондын гәзит уҡыусыларҙың «Комсомольская правда» гәзите эргәһендәге ирекле ассоциацияһы рәүешендә ойоштора[2].

Фонд гәзитте алдырыусы егерме миллион кешегә үҙҙәренең социаль уйлап табыу идеяларын ебәрергә тәҡдим итә. Беренсе йылда 30 меңдән ашыу тәҡдим килә, уларҙы эшкәртеү өсөн компьютерлаштырылған идеялар банкы ойошторола. Артабан Алференко иң яҡшы инновацияларға булышлыҡ итеү өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштора, хәйриәлек маҡсатында ебәрелгән аҡса һәм материалдарҙы туплауға Бөтә Союз берҙәм 708-се банк иҫәбе асыла[3]. Мәҫәлән, Афғанстан ветерандарына ярҙам итеү өсөн булдырылған «Бурыс» программаһына 9,7 миллион һум йыйыла[2].

Фонд Афғанстан ветерандары союзы[4], «СССР-ҙа авиация осоштары хәүефһеҙлеге фонды» (әле «Осоштар хәүефһеҙлеге» партнёрлығы)[5], «Интерфакс»[6] һәм Стас Намин үҙәге кеүек ойошмаларға юридик һәм финанс ярҙамы күрһәтә[6].

Фонд булышлығы менән, Esalen Institute, ЦСКБ-Прогресс[7], Үҙәк махсус конструкторлыҡ бюроһы, «Прогресс» заводы һәм «Санкт-Петербург» банкы менән берлектә «Европа-Америка-500» космик осошо тормошҡа ашырыла, 1992 йылдың 16 ноябрендә Плесецк космодромынан Союз-У ракетаһы күтәрелә, ул Ер орбитаһына «Ресурс-500» капсулаһын сығара. Проект Рәсәй менән АҠШ араһында технологияларҙың тыныс маҡсаттарҙа файҙаланылыуын дәртләндереү һәм сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү, шулай уҡ Рәсәй эшҡыуарҙары өсөн стажировкалар ойоштороу маҡсаттарын ҡуя. 1993—2000 йылдарҙа программала 3 000-ләп кеше ҡатнаша.[8]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Суханов, Л. Е. Ельцин открывает Америку, Америка - Ельцина // Как Ельцин стал президентом: Записки первого помощника / Лев Суханов. — Эксмо, Алгоритм, 2011. — 224 с. — ISBN 978–5–699–35267–8.
  2. 2,0 2,1 Anne White. «Democratization in Russia Under Gorbachev, 1985-91: The Birth of a Voluntary Sector». — Palgrave Macmillan, 1999. — P. 8, 99–101. — 272 p. — ISBN 0333747755.
  3. План счетов бухгалтерского учета в банках СССР, коммерческих и кооперативных банках, Письмо Госбанка СССР от 21.12.89 № 254
  4. Александр Котенев. «Помоги себе сам» // «Неоконченная война». — Москва: Союз ветеранов Афганистана, 1994. — 157 с.
  5. Партнёрству «Безопасность полётов» — 20 лет(недоступная ссылка).
  6. 6,0 6,1 Гюзель Губейдуллина «Я все время ставлю диагнозы», — Марк Гарбер, старший партнер Fleming Family and Partners // Ведомости. — 02.03.2009. — № 36 (2306).
  7. С. А. Сергеев «Космический перелет Европа-Америка-500» // Информационный бюллетень пресс-центра космодрома «Плесецк». — 12 ноября 1992 года. — № 18.
  8. Business For Russia Program (билдәһеҙ). Bureau Of Educational And Cultural Affairs Office Of Policy And Evaluation (18 май 2001). Дата обращения: 23 август 2011. Архивировано 13 июль 2012 года. 2011 йыл 19 октябрь архивланған.