Солтанов Мөхәмәткамил Шафиҡ улы

Солтанов Мөхәмәткамил Шафиҡ улы (рус. Султанов Мухаметкамиль Шафикович; 11 октябрь 1945 йыл) — совет хужалыҡ эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Солтанов Мөхәмәткамил Шафиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 11 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һеңрән, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө партия эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәткамил Шафиҡ улы Солтанов 1945 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Илеш районының Һеңрән ауылында тыуған. Ауыл атамаһы Һеңрән башҡорт ырыуы этнонимынан килеп сыҡҡан.

Юғары белемле — 1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын бөтөп сыҡҡан, 1981 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда колхозда механик булып эшләп башлаған.

1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, институтҡа уҡырға инә. Дипломлы белгес башта Илеш районының Горький исемендәге колхозында баш инженер вазифаһына ҡабул ителә. Артабан райондың «Сельхозтехника» берекмәһендә идарасы урынбаҫары булып эшләй, район Советы башҡарма комитеттының рәйес урынбаҫары вазифаһында эшләй.

1981—1986 йылдарҙа — КПСС-тың Илеш район комитеты икенсе секретары. Хеҙмәт биографияһын артабан райондың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы етәксеһе — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып дауам итә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1990 йылда Солтанов Мөхәмәткамил Шафиҡ улы Иглин районы, 208-се Балтика һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссияһы ағзаһы булған[2].

СССР миҙалдары менән бүләкләнгән[3].

Өйләнгән, ғаиләһендә ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә