Соколов Андрей Юрьевич (совет шахматсыһы)
Андрей Юрьевич Соколов (20 март 1963 йыл) — Франция, элек СССР шахматсыһы, гроссмейстер (1984 йыл). СССР командаһы составында Беренсе донъя чемпионаты еңеүсеһе (1985), СССР командаһы составында Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1984, 1986), СССР чемпионы (1984), үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы (1982 йыл), 1981 йылғы Мәскәү чемпионы ( В. Арбаков менән), дәғүәселәрҙең суперфинал матчында ҡатнаша (1987), донъяның шахмат беренселегенә дәғүә итә.
Соколов Андрей Юрьевич (совет шахматсыһы) | |
франц. Andreï Sokolov | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Франция[1] Рәсәй[1] |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Франция[2] |
Тыуған көнө | 20 март 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Воркута[d], Коми Автономияле Совет Социалистик Республикасы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шахматсы |
Шахматный титул | гроссмейстер[d][2], халыҡ-ара мастер[d] һәм шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d] |
Спорт төрө | шахмат |
Эло рейтингы | 2446[3] |
Ҡатнашыусы | Шахматная олимпиада 1984[d][4], Шахматная олимпиада 1986[d][4], Шахматная олимпиада 2002[d][4] һәм Шахматная олимпиада 2006[d][4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | a.sokolov.free.fr |
Соколов Андрей Юрьевич (совет шахматсыһы) Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСовет офицеры һуңынан Бөтә Рәсәй шахмат клубы директоры булған Юрий Павлинович Соколов ғаиләһендә тыуа. Ағаһы Сергей ҙа спорт кимәлдә шахмат уйнай.
Үҙе тураһында тәүге тапҡыр 1981 йылда, Мәскәү чемпионы булып, белдерә. Үҫмерҙәрҙең Европа чемпионатында (1981/82) өсөнсө урын яулай. Владимир Юрков етәкселегендә шөғөлләнә.
1984 йылда СССР чемпионы була. Киләһе йылда (1985) 4-6-сы урындар бүлешә.
Зона-ара турнирҙа ҡатнаша: Биль, 1985 йыл (3-сө урын), Манила, 1990 йыл (29-39-сы урындар).
1985 йылда А. Йосопов һәм Р. Ваганян менән дәғүәселәр турнирында 1-3-сө урындарҙы бүлешә (Монпелье). 1986 йылда дәғүәселәр матчында ярымфиналда Р. Ваганянды - 6:2 иҫәбенә (Минск), ә финалда А. Йосоповты 7,5:6,5 иҫәбенә еңә (Рига) һәм суперфиналда А. Карпов менән уйнау хоҡуғын ала. Был уйында еңеүсе 1987 йылда донъя беренселегендә Г. Каспаров менән уйнарға тейеш була. А. Карпов менән уйын 1987 йылда Линареста үтә һәм Соколовтың еңелеүе менән тамамлана 3,5:7,5 (-4=7).
Киләһе циклда А. Соколов дәғүәселәр матчында ҡатнаша һәм 1/8 финалда К. Спраггеттан еңелә 5,5:6,5 иҫәбенә еңелә (Сент-Джон, 1988 йыл).
СССР йыйылма командаһы составында Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы (1984, 1986), беренсе команда донъя чемпионаты еңеүсеһе(1985).
1988 йылдың октябренән Михаил Чигориндың символик донъя чемпионаттары еңеүселәре клубы ағзаһы.
2000 йылдан Францияла йәшәй һәм сығыш яһай.
Наградалары
үҙгәртергәШахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланған (1985).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://www.legifrance.gouv.fr/jorf/jo/2000/12/29/0301
- ↑ 2,0 2,1 Sokolov, Andrei // FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
- ↑ Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 июля 2024 года — 2024.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Sokolov, Andreï // OlimpBase (ингл.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шахматы : энциклопедический словарь / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 366. — 624 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-005-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Личная карточка Андрея Соколова на сайте ФИДЕчная карточка Андрея Соколова на сайте ФИДЕ
- Партии Андрея Соколова в базе Chessgames.com[en] (англ.)
- Личная карточка Андрея Соколова на сайте 365chess.com